Бөтә яңылыҡтар

Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй

Кампус – ул фән һәм белем биреү үҙәге генә түгел, ул йәштәрҙең тормошон ҡыҙыҡлыраҡ, сағыуыраҡ итә алған биләмә, шуға күрә уны республиканың яңы мәҙәни үҙәге, тип тә әйтә алабыҙ. Бында белемгә, фәнгә, эшҡыуарлыҡҡа ынтылған, үҙҙәрен үҫешкә көйләгән яңы быуын кешеләре тәрбиәләнә.

Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй

ФӘН

2023 йылдың декабрь аҙағында Өфөлә сағыу ваҡиға булды – фән донъяһы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған вуз-ара студенттар кампусының тәүге сиратында уҡыу йорттарының лабораториялары һәм төрлө фәнни үҙәктәре урынлашып, эш башланы. Февраль башында ул тантаналы шарттарҙа рәсми рәүештә асылды. Был сарала видеобәйләнеш алымында Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты. Ул үҙ сығышында Өфөнө илдең эре белем биреү үҙәктәренең береһе булараҡ айырып билдәләне һәм Башҡортостан етәкселегенең студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар өсөн эталон биләмә булдырыуға ынтылыуын һәм ошо маҡсатҡа өлгәшеүен әйтте.

Кампус – яңы кимәл күрһәткесе

Өфө вуз-ара кампусы – ул 37 мең квадрат метрға тиң белем биреү мөхите, 20 яңы (уҡыу йорттарынан күсереп алып киленмәгән, ә ысынлап яңы!) лаборатория. Бынан тыш, икенсе сират төҙөлөшө үҙ-ара берҙәм стилобат менән берләшкән башня формаһындағы ете ятаҡтан торасаҡ. Хәҙер балаларыбыҙға сит төбәктәргә уҡырға юлланырға кәрәкмәй, сөнки Өфөлә лә уңайлы шарттарҙа сифатлы белем алып була.

Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа республикала юғары мәктәп һәм фән йылдам үҫешә. Был тәңгәлдәге ҡеүәтле үҙгәрештәргә һәр кемебеҙ шаһит. Мәҫәлән, Башҡортостан фәненең заманса флагманы булып таныла барған Өфө фән һәм технологиялар университетында бөгөн 51 мең студент белем ала. Донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәге алты юғары уҡыу йортон һәм өс ғилми учреждениены һәм 30 индустриаль партнерҙы берләштерә. Бөгөн Башҡортостанда 1,085 миллион йәш кеше иҫәпләнә, был – Волга буйы федераль округында иң ҙур күрһәткес.

Вуз-ара кампустың әһәмиәтен билдәләгәндә, әлегә уның ике ҙур ролен айырып билдәләргә мөмкин.  Беренсенән, ул республиканың фән донъяһындағы иң яҡшы башланғыстарҙы бергә туплай, уҡыу йорттарына, фән эшмәкәрҙәренә үҙа-ара һәм Рәсәй, сит илдәр кимәлендә хеҙмәттәшлеккә юлдар аса, йәғни ул Башҡортостан фәненә һәм мәғарифына яңы кимәлгә сығыуға булышлыҡ итә. Икенсенән, ул – тәжрибә майҙансығы. Кампуста белем биреүҙең яңы алымдары һынап ҡарала, фәнни проекттар ғәмәлгә ашырыла. Улар өҫтөндә эшләү барышында бизнес, бәләкәй предприятиелар ҙа йәлеп ителеүе ихтимал. Ошоға ярашлы, республика фәне һәм мәғарифы тап кампуста нигеҙ һалынған башланғыстарға таянып үҫешәсәк. 

Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: кампус – ул фән һәм белем биреү үҙәге генә түгел, ул йәштәрҙең тормошон ҡыҙыҡлыраҡ, сағыуыраҡ итә алған биләмә, шуға күрә уны республиканың яңы мәҙәни үҙәге, тип тә әйтә алабыҙ. Бында белемгә, фәнгә, эшҡыуарлыҡҡа ынтылған, үҙҙәрен үҫешкә көйләгән яңы быуын кешеләре тәрбиәләнә.

Быйыл кампустың икенсе сиратын төҙөүгә ярашлы, геном үҙәк сафҡа индереләсәк. Геном үҙәгендә фундаменталь һәм ғәмәли биомедицина тикшеренеүҙәре үткәреләсәк. Бина дүрт ҡаттан торасаҡ, дөйөм майҙаны – 5,5 мең квадрат метр. Уны иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙ уңында тотола.

Дөйөм алғанда, 2026 йылдың аҙағына тиклем 4,3 мең урынға иҫәпләнгән ятаҡ , уҡыу корпустары төҙөү, лабораториялар, ижтимағи-эшлекле киңлектәр булдырыу планға алынған.

Ғалимдар һәм йәштәр ниндәй баһа бирә?

Кампустың һәр бер ҡатында айырым вуз ҡарамағындағы лабораториялар урынлашҡан. Фәнни үҙәктең асылыуына ярты йыл ғына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, бында ярайһы уҡ етди эшлекле мөхит хөкөм һөрә. Мәҫәлән, дүртенсе ҡатта урынлашҡан Башҡортостан дәүләт медицина университетының лабораторияларында төрлө һынауҙар үткәрелә, заманса технологиялар ҡулланып операциялар яһала, 3D-принтерҙарҙа медицина әйберҙәрен баҫыу, кешеләргә күсереп ултыртыу өсөн стерилләнгән органдар һәм һөйәктәр эшләү алымы өйрәнелә.

– Беҙ хәҙер имплантты айырым кешегә тәғәйенләп эшләй алабыҙ. МРТ күсермәһен алып, тейешле һөйәктәрҙе билдәләп, имплант проектлана һәм уның моделе эшләнә. Артабан уны ошонда уҡ эшләү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Был эш менән студенттар ҙа шөғөлләнә, йәғни өйрәнә. Бында кәрәкле изделиелар етештереү менән генә сикләнмәйбеҙ, медицина тармағы белгестәре өсөн квалификация күтәреү курстары ла ойошторабыҙ, – ти БДМУ-ның аддиктив лаборатория инженеры Фәнир Килмөхәмәтов.

Өфө фән һәм технологиялар университетының материалдарҙы өйрәнеү һәм металдар физикаһы кафедраһы доценты, техник фәндәр кандидаты Эльвира Хафизова етәкселегендәге йәш ғалимдар командаһы ортопедия импланттары һәм ҡан тамырҙары стенттары эшләү өсөн үҙенсәлекле биотарҡалыуға һәләтле цинк материалдарын өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Бындай материалдар күпмелер ваҡыт үтеүгә организмда тулыһынса тарҡала, һөҙөмтәлә кешегә тағы бер тапҡыр, йәғни ваҡытлыса ҡуйылған терәк ҡорамалды алыу өсөн операция яһарғә кәрәкмәйәсәк.

Әлеге ваҡытта тәүге һынауҙар йорт ҡуяндарында үткәрелә. Әгәр һынау уңышлы булһа, был материалдар дөйөм ҡулланылышҡа сығарыласаҡ. Бының өсөн яҡынса ике – дүрт йыл ваҡыт кәрәк, ти ғалимә. Йәш ғалимдарҙың проекты бер нисә грант, шул иҫәптән Башҡортостандың йәш ғалимдарына дәүләт ярҙамына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Вуз-ара кампуста Өфө дәүләт нефть техник университетының 10 лабораторияһы һәм тикшеренеү үҙәге урынлашҡан. ӨДНТУ-ны үҫтереү программаһы етәксеһе Дмитрий Кузнецов “Кибер-ателье”, Робот техникаһы һәм VR-технологиялар лабораторияһы тураһында ентекле итеп һөйләне. Ательела өс үлсәмле технологиялар ярҙамында “аҡыллы” кейемдәр проектлана һәм етештерелә. Бындай кейемдәрҙең эсендә төрлө функция үтәгән датчиктар урынлаштырылған. Улар йылылыҡты кәрәгенсә тота “белә”.

Робот техникаһы һәм VR-технологиялар лабораторияһында махсус күҙлек кейеп, виртуаль донъяла, әммә ысынбарлыҡҡа тулыһынса яҡын шарттарҙа төрлө ҡорамалда эшләргә өйрәнеп була. Шулай уҡ үҙеңде төрлө шарттарҙа һынап ҡарау, хәүефһеҙлек техникаһы нигеҙҙәрен өйрәнеү мөмкинлеген тәҡдим итәләр.

“Беҙ был кампусты оҙаҡ көтөп алдыҡ. Ул – бер вуздың да баҫымында булмаған азат биләмә. Бында дисциплина-ара бәйләнештәр үҫешә, сөнки әлеге ваҡытта монодисциплиналар осоро тамамланды. Бөгөн хатта техник һәм гуманитар йүнәлештәрҙең берҙәм эшмәкәрлек алып барыуы ла бик ихтимал. Был – заман талабы”, – ти Өфө кампусында эшмәкәрлек алып барған йәш ғалимдар.

ФЕКЕРҘӘР

Вадим ЗАХАРОВ, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры:

– Кампус сафҡа инеү менән республика фәне, мәғарифы һәм иҡтисадтың реаль секторы заманса инфраструктураға эйә булды. Был үҙ сиратында яңы фәнни асыштарҙы бөгөнгө баҙарҙа ихтыяжлы тауар итеү сылбырын барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә. 

Беҙҙең вуз-ара кампус – донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәге. Был Башҡортостанды Евразия киңлегендә танытыуға булышлыҡ итәсәк. Кампусҡа һәләтле уҡыусылар менән эшләү йәһәтенән дә ҙур мәғәнә һалдыҡ, сөнки сифатлы белгесте мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләргә кәрәк икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Хәҙер республика вуздары талантлы йәштәрҙе нығыраҡ йәлеп итәсәк, уларға үҙебеҙҙә, Өфөлә, сифатлы белем алыу мөмкинлектәре киңәйә.

Гөлфирә АБДУЛЛИНА, Өфө университетының фән һәм технологиялар университеты профессоры, филология фәндәре докторы:

– Өфө кампусын йәштәрҙең уңайлы уҡыу, фән менән шөғөлләнеү урыны тип кенә ҡабул итеү дөрөҫ түгел, ғәмәлдә ул – заманса белем биреүҙе, фәнде, алдынғы технологияларҙы, бизнесты берләштергән үҙәк.

Тағы ла шуны айырым билдәләгем килә: беҙҙең кампус бик матур урында урынлашҡан: Ағиҙел йылғаһы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле, “Торатау” конгресс-холы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры һәм башҡа милли-мәҙәни ҡомартҡылар ус төбөндәге кеүек кенә күренеп тора.  Киләсәктә ул Өфөлә йәшәүселәрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урынына әйләнеп китеренә шик юҡ.

Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов һәм Өфө вуз-ара кампусы сайтынан.

Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Өфө кампусы ғилми асыштарға әйҙәй
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: