27 июлдә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Осрашыу Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркы биләмәһендә үтте. Унда 27 муниципалитеттан 200 кеше ҡатнашты.
20 июлдән 3 авгусҡа тиклем бында һауа-десант ғәскәрҙәренә арналған профилле смена үтә. Балалар хәрби-медицина, тактик, инженер, янғын, альпинист, һауа-десант һәм строй әҙерлеге буйынса теоретик белем һәм практик күнекмәләр ала, шулай уҡ “Геройҙар уҙышы” үтә, хәрби полигонда башланғыс атыу күнекмәләрен үтәй, вышканан парашютта һикерә.
Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренә өйрәтеүҙең мөһим ролен билдәләне.
– "Патриот" паркын элекке инженер-ракета бригадаһы урынында йәш быуынға Тыуған илебеҙ тураһында һөйләү, уның хәрби тарихын күрһәтеү өсөн булдырҙыҡ. Кеше тормошонда иң мөһиме –Тыуған ил һәм уның ғаиләһе. Һеҙҙең хәрби-патриотик клубтар ағзаһы булыуығыҙ бик яҡшы. Тимәк, һеҙ тормошта яҡшы уҡып ҡына ҡалмай, күберәк эшләргә теләйһегеҙ, – тип билдәләне республика етәксеһе. – Һеҙҙең быуынға тәүге тапҡыр илебеҙгә ысын хәүеф менән осрашырға тура килә. Махсус хәрби операцияла республикабыҙҙан күп яугирҙәр ҡатнаша. Беҙ һәр ваҡыт улар менән тығыҙ бәйләнештә торабыҙ, ярҙам итәбеҙ. Һеҙгә барығыҙға ла хәрби булырға тигән бурыс ҡуйылмай. Әммә хәрби эш, тактик медицина буйынса башланғыс әҙерлек алыу яҡшы һәм абруйлы кеше өсөн бик мөһим. Һеҙгә бында оҡшар, тип ышанам, алда тағы бер аҙна дәрестәр бар. Ә 2 августа, Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә, “Патриот”та ҙур байрам үткәрәбеҙ, армияла хеҙмәт иткән ағайҙарығыҙҙы, атайҙарығыҙҙы, олатайҙарығыҙҙы саҡырабыҙ. Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтерһегеҙ, тип ышанам.
Үҫмерҙәр менән осрашыуға шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Оскар Ситдиҡов килгән, ул Батырлыҡ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була. Белорет районында тыуып үҫкән 35 йәшлек ир “Геройҙар ваҡыты” президент кадрҙар программаһында ҡатнаша һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә стажировка үтә, уның остазы – республика Башлығы Радий Хәбиров. Батыр разведкала хеҙмәт итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, егет-ҡыҙҙарға өгөт-нәсихәт бирҙе.
– Беҙҙә, разведчиктарҙа, “Үтәй алмаҫлыҡ бурыстар юҡ” тигән әйтем бар, һәм мин уны тормош девизы итеп алғаным. Шуны әйтергә теләйем: һеҙ барыһын да эшләй алаһығыҙ – теләгегеҙ генә булһын. Был иң мөһиме, – тине Оскар Ситдиҡов.
***
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәренең һорауҙарына яуапбирҙе.
Яратҡан цитаталар хаҡында һөйләгәндә республика етәксеһе Радий Хәбиров уларҙың өсәү булыуын билдәләне.
– Миңә “Эшлә, аҙаҡ нимә булһа ла булыр” тигән әйтем бик оҡшай. Икенсе цитата «Ике капитан» романынын: “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә”. Һәм тағы ла бер яҡшы һүҙбәйләнеш бар: “Эшләйһең – ҡурҡма, ҡурҡһаң – эшләмә”, – тине республика Башлығы. – Был өс цитатаның йыйылмаһы минең тәртибемде күп йәһәттән билдәләй.
Үҫмерҙәр Башҡортостан Башлығының ҡайҙа хеҙмәт итеүе менән ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров 1982 – 1984 йылдарҙа Байкал аръяғы хәрби округының мотоуҡсылар дивизияһында сроклы хеҙмәт үтеүе хаҡында һөйләне.
– Борзя тигән ҡала бар, уға тиклем Читанан тағы бер төн поезда барырға кәрәк, – тип аңлатты республика етәксеһе. – Беҙ бик етди атыу әҙерлеге курсын үттек, санитар инструкторҙарға уҡыныҡ. Был ысынында бик ауыр эш. Санитар инструкторҙар итеп һәр ваҡыт егеттәрҙең көслөрәктәрен һайлағандарын хәтерләйем, сөнки кешене күтәреп алып барыуы бик ауыр.
Тағы бер мәсьәлә – Башҡортостандың үҫеш перспективалары тураһында. Радий Хәбиров республиканың идара итеү командаһы алдында ниндәй өҫтөнлөклө бурыстар тороуы хаҡында һөйләне.
– Беренсе һәм төп йүнәлеш – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Ул бер нисә аспекттан тора. Был яугирҙәрҙең матди тәьминәте, яраланғандан һуң уларҙы дауалау. Икенсеһе – хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү. Был да мөһим, сөнки ирҙәр киткән, ә уларҙың ҡатындары һәм балалары бында ҡалған. Һәм, әлбиттә, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ҙур иғтибар бирелә. Кемдер йортто йүнәтергә, кемделер дауаларға, балаларҙы баҡсаға урынлаштырырға йәки юғары белем алырға ярҙам итергә, кемделер эшкә урынлаштырырға тейеш. Был ҙур эш күләме, – тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Тағы бер мәсьәләне хәл итмәйенсә беренсеһен үтәй алмаясаҡбыҙ. Иҡтисадыбыҙҙың үҫешен тәьмин итергә кәрәк. Беҙҙә заводтар, эшҡыуарлыҡ эшләргә, ваҡытында эш хаҡы түләргә тейеш. Иң мөһиме – бер урында тормау һәм алға барыу.
Үҫмерҙәр “Патриот” паркын үҫтереү буйынса артабанғы пландар тураһында ла һорашты.
– Быйыл бында бассейн проектын эшләй башлайҙар, ике йылдан уны сафҡа индерергә планлаштыралар. Шулай уҡ “Патриот” паркында пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү үҙәге төҙөләсәк. Бында 200 гектар ер, шуға күрә боролорға урын бар. Иң мөһиме – барыһына ла ижади ҡарарға кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы. – Йыл һайын парк биләмәһендәге “Авангард” уҡыу үҙәгендә 10 меңдән ашыу өлкән класс уҡыусыһы йыйыла. “Патриот” күп һанлы саралар үткәреү урыны булып тора. График бер йылға алға яҙылған. Мәҫәлән, көҙгөһөн бында “ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионаты үтәсәк.
Республика Башлығы Радий Хәбиров, йәштәрҙең Башҡортостанда уҡыуы һәм эшләүе өсөн төбәктә бөтә шарттар ҙа булдырыла, тип билдәләне. Атап әйткәндә, Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын төҙөү дауам итә. Өс йылдан кампустың икенсе сираты төҙөлөп бөтәсәк, унда 4,5 меңдән ашыу студент өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Муниципалитеттарҙы үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә, унда яңы спорт һәм мәҙәни объекттар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, йәмәғәт киңлектәре асыла.
Осрашыу аҙағында төбәк етәксеһе әңгәмәлә ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле диалог өсөн рәхмәт әйтте.
– Бөгөн һеҙгә оло кешеләр, ысын ирҙәр, буласаҡ ҡатындар һәм әсәләргә кеүек ҡарап, ихтирам һәм өмөт менән килдем. Тормошоғоҙҙа барыһы ла уңышлы булһын. Ә нимәлер дөрөҫ бармаһа, тороғоҙ, ҡағынып, тағы ла алға барығыҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шулай уҡ профилле сменаның иң етеҙҙәрҙен уҡсылар тирындағы ярыштарҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Радий Хәбиров һәм Оскар Ситдиҡов менән бергә Октябрьскийҙан Разалия Миңлеғәлиева, Дәүләкән районынан Игорь Шамрай, Бүздәк районынан Адэлина Мөхәмәтгәрәева һәм Саҡмағош районынан Илназ Фәттәхов үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– 1990 йылдарҙа илһөйәрлек мәсьәләһе моданан сыҡҡан тиерлек. Минеңсә, был хатта илебеҙҙе емереү өсөн ниндәйҙер яуыз ниәт булған. Ә хәҙер беҙҙә ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек көслө. Был төшөнсәгә һәр ваҡыт бик иғтибарлы ҡарайым, сөнки “Илһөйәрлек – яуыздарҙың һуңғы һыйыныу урыны” тигән әйтем бар. Был ысынлап та ҡайһы берҙә шулай була, сөнки илһөйәрлек һылтауы менән һәр төрлө мәғәнәһеҙ һүҙҙәр һөйләргә, йәшертен насарлыҡ эшләргә мөмкин. Ысын илһөйәрлек – ул Тыуған илгә, ғаиләгә һөйөү, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Хәҙер махсус хәрби операция һөҙөмтәһендә барыһы ла тупланды, кешеләр бер-береһенә йөҙө менән боролдо һәм нимә булғанын аңланы. Беҙ барыбыҙ ҙа бергә, бөйөк тарихыбыҙ, матур илебеҙ бар. Һәм беҙҙә берләшеү һәм балаларҙы ысын мәғәнәһендә өйрәтеү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек бар. Ә уларҙың Тыуған илгә хеҙмәт итергә ынтылышы бар, улар оялмай, улар был хаҡта һөйләй. Был - илебеҙҙең иң мөһим ҡаҙанышы.
Фотолар һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru