Башҡортостанда ағымдағы йылда дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһы буйынса 31 мәктәп ремонтланасаҡ. Алты уҡыу йорто үҙ ишектәрен яңы уҡыу йылында асасаҡ, ҡалған 25-е 2025 йылға ҡала. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне.
Дөйөм алғанда, был программа буйынса ике йылда 140 мәктәп яңыртылды, ә 2026 йыл аҙағына уларҙың һаны 214 бинаға тиклем етәсәк. Бынан тыш министрлыҡ 2025-2027 йылдарҙа тағы 360 мәктәпте ремонтлау өсөн ғариза ебәргән. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәрһәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдә лидерҙар рәтенә инде.
Министр әйтеүенсә, капиталь ремонт 2024 йылдың 1 сентябренә тиклем, ә тулыһынса эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,8 миллиард һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән 1,48 миллиард һумы – федераль бюджеттан.
– Министрлыҡ белгестәре көн һайын ремонт барышын тикшерә һәм кесе аҙна һайын махсус кәңәшмә үткәрә. Быйылғы йыл объекттары әле уртаса алғанда 70,5 процентҡа әҙер. Бынан тыш республика бюджетынан был мәктәптәр биләмәһен ьөҙөкләндереү өсөн 50,4 миллион һум аҡса бүленде, – тине Илдар Мәүлетбирҙин.
Яңыртылған уҡыу йорттарын заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыу өсөн федераль һәм төбәк бюджетынан 60,6 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Эштәр башҡарыла башлаған да.
Министр әйтеүенсә, 31 июлгә тиклем республика Рәсәй Мәғариф министрлығына мәктәпкәсә учреждениеларҙы яңыртыу программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза ебәрәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программаның һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Илебеҙ Президенты башланғысы менән булдырылған был программа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Ул тиҙ арала бик күп мәктәптәрҙе тәртипкә килтерергә ярҙам итә. Бөгөндән балалар баҡсалары, колледждар һәм ятаҡтарҙы ремонтлау буйынса ғариза кампанияһын әҙерләргә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.