1-31 августа вуз-ара студенттар кампусында Өфө ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары фән һәм заманса технологиялар донъяһына сума ала. Ойоштороусылар төрлө йәштәгеләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, экскурсиялар, стратегия сессиялары, күргәҙмәләр һәм квиздар әҙерләне.
Мәҫәлән, 6-11-се класс уҡыусылары йәйге фәнни мәктәптәрҙә балалар “техносмена”һында ҡатнаша, кампустың серле лабораториялары буйлап сәйәхәт итә ала.
Студенттар һәм йәш ғалимдар Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең лекторийҙарында буласаҡ. Улар яһалма интеллект ҡулланыу һәм 50 йылдан Башҡортостанды нимә көтөүе тураһында белә аласаҡ.
Фәнде популярлаштырыу, йәштәрҙе ғилми-белем биреү өлкәһенә йәлеп итеү Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең төп маҡсаттарының береһе. Фән айлығы дауамында вуз-ара студенттар кампусында мәктәп уҡыусыларын да, студенттарҙы ла, йәш ғалимдарҙы ла ҡыҙыҡһындырырлыҡ саралар планлаштырылған, - тине Башҡортостандың фәнни белем биреү үҙәге идарасы компанияһының директоры Наталия Латыпова.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.