Белем һәм тәрбиә
2 Август 2024, 13:30

Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте

Байрам бер генә көн шул, ә күңелдә әллә күпме хистәр ҡалды! Ошо хистәремде һеҙгә лә еткерәм әле... 

Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үттеБай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте

Балтас районының Һәйтәк урта мәктәбенең беренсе сығарылышының – 70, яңы бинаға уҡытыуға күсеүгә 50 йыллыҡ  юбилейҙары уңайынан бик матур байрам сараһы үтте. Йылдар дауамында алдынғылар сафында булған белем усағына йыраҡ тарафтарҙан осрашып һәйләшергә, йәшлек хәтирәләрен барларға Һәйтәк мәктәбе менән яҙмышы бәйле ҡунактар, уҡыусылар, элек эшләгән уҡытыусылар ҡайтты.

“Ҡайтам әле тыуған мәктәбемә,

Аҡ тулҡынлы Танып ярына...

Сабый саҡтан таныш һуҡмаҡтарға

Күңелем минең һәрсаҡ ашҡына...” – тип яҙған Әхнәф Мазһаров.

         2024 йыл Һәйтәк мәктәбе өсөн юбилей йылы икәнен күҙ уңында тотоп, ауылдашым, Һәйтәк ауылында тыуып-үҫкән, әлеге көндә йыраҡ Себер яғында йәшәүсе Рөстәм Саҙретдинов менән был сара тураһында әңгәмәләшкәндән һуң, ул үҙенең финанс яҡтан ярҙам итә алыуын әйтте һәм сараға әҙерлекте башланы.

       Минең өсөн мәктәп бик ҡәҙерле. Уның стеналары нисә быуын балаларҙың тауыштарын, хәтирәләрен һаҡлап тора кеүек тойола. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа 5-7-се кластарҙа герой пионерҙар исемдәре менән аталған отрядтар бар ине. Мин отряд советы рәйесе  булдым. Бик матур, ҡабатланмаҫ йылдар булды ул осор. Үҙем дә 24 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләйем. Уҡытыусы һөнәрен һайлауымда уҡытыусыларымдың өлөшө ҙур. Башкортостан Республикаһының мәғариф отличнигы башҡорт теле уҡтыусыһы, Рита Ҡасим ҡыҙы Ғәлиева һәм башҡа ҙур хәреф менән яҙырҙай төплө белемле уҡытыусыларыма рәхмәтлемен.

       Байрам көндө бындай ҙур сараға мәктәптең элекке сығарылыш уҡыусылары, ошо белем усағында эшләгән уҡытыусылар, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Мәктәп ишегенән алып байрамса матур итеп, зауыҡ менән биҙәлгән. Юбилейҙа ҡатнашыусылар ғәзиз һәм ҡәҙерле мәктәбен һағынып килгән.  Байрамға йыйылған һәр бер кеше үҙенең бала сағына, ҙур өмөттәр тулы йәшлек йылдарына яңынан бер миҙгелгә әйләнеп ҡайтты. Ҡунаҡтар сағыу биҙәкле альбомдарҙы ҡараны, үҙе уҡыған класҡа инеп, партаға ултырып, фотоға төштө.

       Һәйтәк урта мәктәбе үҙенең сығарылыш уҡыусылары менән ғорурлана ала. 2019 йылдан мәктәп директоры вазифаһын лайыҡлы алып барған Руфина Ибраһимова хөрмәтле ҡунаҡтарҙы сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Онотолмаҫ осрашыу, күтәренке кәйеф теләне. Байрам уңайынан ҡотларға район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлнара Шәймөхәмәтова, Һәйтәк ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Саяпов, “Правда” йәмғиәте директоры Фидат Фәритов, Һәйтәк кирбес заводы директоры Марсель Закиров килгән ине.

       Намыҫлы хеҙмәт өсөн уҡытыусыларға һәм байрамды ойоштороусы бағыусыларға – Рөстәм Саҙретдинов, Ғәлтәф Мулләхмәтов, Фирҙәүес Сидров, Лилиә Хәсәйенова, Илшат Вәлиевтарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Тантаналы сара музыкаль сәләмдәр менән үрелеп барҙы. Һәйтәк төбәге таланттарға бай булыуы айырыуса асыҡ сағылды.

Үткәндәр тарихта ҡала, ҡыҙыҡһыныусылар бар хәбәрҙе йыйып киләһе быуынға тапшыра, йәдкәрғә әйләндерә. Үткәндәргә күҙ һалайыҡ.

       Мәктәп тарихы ХХ быуат башында яҙыла. Һәйтәктәге ике мәсет янында мәҙрәсәлә шәкерттәр белем ала. 1919 йылда Ҡыйғаҙы йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан мәҙрәсә бинаһында наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса хеҙмәт мәктәбе асыла. Уҡыу ғәрәп әлифбаһы нигеҙендә алып барыла. Сиражетдин Фәрвәзов беренсе уҡытыусы булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. 1921 йылдың аслыҡ осоронда мәктәп бер йылға ябылып тора. Бер йылдан ул эшен дауам итә, 80 уҡыусы белем ала. 1934 йылда мәктәп Мишкә байҙың ике ҡатлы кирбес өйөнә күсә һәм уҡыуҙар 7 йыллыҡҡа әйләнә. Балалар латин хәрефтәрендә уҡый башлай. 1937 йылдың майында тәүге сығарылыш була. Уҡыуҙар латин алфавитынан кириллицаға күсерелә.

1941 йылда мәктәпте Ғалишан Саҙретдинов етәкләй. Һуғыш башында Мәскәү ҡалаһынан бер төркөм уҡыусылар эвакуация буйынса ауылға килә. 1942 йылда Мәскәү янындағы хәл иткес һуғыштарҙан һуң кире үҙ төбәктәренә ҡайтып китәләр. 1944 йылда Ҡыйғаҙы йылғаһы буйында мәктәп яңы участкаһы булдырыла. Күп йылдар бында уҡыусылар йәшелсә-емеш үҫтерә. 1946 йылға ҡәҙәр Ғәлишан Саҙретдинов мәктәп коллективын етәкләй. Ә 1954 йылдың 15 авгусында Һәйтәктә урта мәктәп эшләй башлай. Директор вазифаһында Әнүәр Дәүләтшин көс һала. Һәйтәк мәктәбенә Сурапан, Усман, Нөркә, Яңы һәм Иҫке Ямурҙа, Тусыбай, Ҡанһөйәр, Бүләк, Текән, Күҙәй, Иванай ауылдарынан 60 уҡыусы 8 синыфҡа алына. 1957 йылда 54 уҡыусы өлгөргәнлек аттестаты ала.

1956 йылдан мәктәпте Ғәҙел Әхмәтов етәкләй. Был йылдарҙа туған телде өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Хеҙмәт тәрбиәһе иң мөһимдәрҙән һанала. Уҡыусылар бригадаларға ойошоп, колхозда өйрәк үҫтереү, сусҡа үрсетеү, баҫыуҙа ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. 1959 йылда кукуруз үҫтереү буйынса уҡыусылар бригадаһы яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә. Бригада етәкселәре Ғәбиҙә Ғәфиәтуллина һәм Рәшит Мусиндың хеҙмәт емештәре  был.  Ул йылдарҙа балалар һаны күп булғанлыҡтан, уҡытыу ике сменала алып барыла. Йыраҡ ауылдарҙан килгән уҡыусыларҙың күбеһе интернатта йәшәй, ҡалғандары туғандарында, таныштарында урынлаша. Ә 1960 йылдарҙа пионер һәм комсомол ойошмалары йәнле эш алып бара. Хеҙмәт ветераны Роза Шакирова был өлкәлә тырышып эшләй. 1967 йылда Тусыбай һәм Нөркә ауылдарында мәктәп асылғанға күрә, уҡыусылар һаны кәмей. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһы  мәғариф отличнигы  Мәҙехәт Мозафаров мәктәп директоры һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса уның урынбаҫары Бохарый Ғөбәйҙуллин үҙ вазифаларын намыҫлы башҡара. 1974 йылда Һәйтәк урта мәктәбе әле эшләп килгән бинаға күсә.

       1988 йылдың июленән 1993 йылдың авгусына, 1996-1999 йылдарҙа Нил Нуриев мәктәп директоры була. 1997 йылда урта мәктәптең беренсе сығарылышына 40 йыл тулыуҙы тантаналы шарттарҙа үткәрәләр.

  1993 йылдан алып 1996 йылға тиклем Башкортостан Республикаһының мәгариф отличнигы Фәнис Нуриәхмәтов һәм Финғәт Шәйхуллин мәктәп коллективын етәкләйҙәр. Был мәктәпте алтын миҙалға тамамлаусы Фәйрүзә Хөсәйенова белем алып, тыуған яғына ҡайта. 2000  йылда мәктәп директоры булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә ул. Уның тырышлығы менән мәктәп коллективы районда төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулай, матди-техник база байытыла.

        Роза Мозафарова – 2014 йылдан Һәйтәк урта мәктәбен директоры. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Рәсәй мәктәптәре араһында “100 иң яҡшы мәктәп” конкурсында лауреат исемен алып, диплом һәм алтын миҙал менән бүләкләнделәр. Роза Ҡәниф ҡыҙы “Йыл директоры-2016” исеменә һәм маҡтау билдәһенә лайыҡ булды.

  2019 йылдан мәктәп дилбегәһен үҙ ҡулына Руфина Ибраһимова ала. Йәш, талапсан етәксенең тырышлығы, алдынғы ҡарашы һөҙөмтәһендә мәктәптә уңышлы эштәр башҡарыла, төрлө йүнәлештә бихисап еңеүҙәр яулана. Бөгөнгө көндә Һәйтәк мәктәбендә 18 уҡытыусы, 14 хеҙмәткәр эшләй. Һәммәһе лә үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара.

     Тормошта үҙ урынын тапҡан ғорурланырлыҡ уҡыусылары, һәр өлкәлә маяҡ булырҙай шәхестәре күп беҙҙең мәктәптең. Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин ордены кавалеры Ниғмәтйән Хәмитйәнов,  Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары Хәмзә Хәмәтнуров, Риф Ғабдрахманов, Рәүил Ғилмуллин, Рәсәйҙә  танылыу алған Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаянов, Салават Юлаев исемендәге премия луреаты Илдар Ғаянов, РФ һәм БР нефть сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре Мәғҙән Хөсәйенов, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фирҙәүес Зөлҡәров, БАССР-ҙың атҡаҙанган мәҙәниәт хеҙмәткәре Фазыл Мансуров, Почет билдәһе ордены кавалеры Зөфәр Сиражетдинов, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башкортстан Республикаһының атҡаҙанған табибы Фәнил Ғарифуллин, “Башкортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау алдындағы хеҙмәте өсөн” миҙалы,  Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фәриҙә Хәмитова, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина төҙөүсеһе Фәдис Шакиров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалыгы эшмәкәрҙәре Нәфис Хажиев, Фидат Фәритов һәм башҡа бик күп хеҙмәт алдынғылары ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашына тиң. Ҡайһылары яҡты доньяны ҡалдырһа ла, башҡарған эштәре хөрмәткә лайыҡ. Ниндәй генә өлкәлә булмаһын, булдыҡлы яҡташтар үҙ эҙен ҡалдырған. Был факттар мәктәп юбилейы кисәһендә яҡташтарға ғорурланырға этәргес бирҙе.

  Юбилей сараһын тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәзилә Вәлиева менән уҡытыусы Илдус Ибраһимов башҡорт, рус, татар, мари телдәрендә күңелдәргә үтеп инерлек итеп шиғри юлдарға үреп алып барҙы. Һәйтәк мәктәбендә белгес булараҡ камиллашҡан шағир, уҡытыусы, күп Почет грамоталары эйәһе Әхнәф Мазһаровтың шиғри юлдарын байрамдың девизы итеп алдыҡ. Элекке уҡыусылар бүләктәр тапшырып, бындай осрашыуҙар илһамланып эшләргә этәргес биреүен билдәләне.

     Байрамдың икенсе өлөшөндә Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар үҙҙәренең концерт программаһын бүләк итте. Кис байрам дауам итте, йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, клубта дискотекала рәхәтләнеп бейенек.

Мәҡәләнең авторы – Айгөл Саҙрыева (Мансурова).  

Балтас районының Һәйтәк ауылы.

Автор фотолары.  

Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Бай тарихлы Һәйтәк мәктәбендә матур сара үтте
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас