Белем һәм тәрбиә
5 Август 2024, 11:15

“Фәнни йыһан” конкурсы яңы офоҡтар аса

Космодромға кем барыр?

“Фәнни йыһан” конкурсы яңы офоҡтар аса“Фәнни йыһан” конкурсы яңы офоҡтар аса
“Фәнни йыһан” конкурсы яңы офоҡтар аса

“Фәнни йыһан” мультиформаттағы конкурс 14-27 йәшлек юғары класс уҡыусыларына һәм студенттарға ғилми йүнәлеш алырға, индустриаль кейстың ҡарарын тәҡдим итергә, “Көнсығыш” космодромына сәфәр оторға мөмкинлек бирә. Теркәлеүҙәр һаны буйынса иң ныҡ һорау менән ҡулланылған ғилми йүнәлештәр булып “Генетика һәм медицина” , “Гуманитар микс” ,“Һанлы технология” йүнәлештәре тора. Иң күп ғаризалар Краснодар һәм Приморье крайынан, Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Силәбе, Свердловск, Нижегород, Воронеж өлкәләренән, Башҡортостандан.

Конкурс нигеҙендә һигеҙ тематик тректар ҡаралған. “Генетика һәм медицина” трегы ҡатнашыусылар ғаризалары буйынса лидерлыҡта.

-“Генетика һәм медицина” йүнәлеше буйынса бик күп ғаризалар алыуыбыҙға шатбыҙ. Генетик технологиялар сирҙәрҙе дауалау алымдарын үҙгәртә. Беҙ хәҙер биш йыл элек дауалап булмай тип иҫәпләнгән серповид-күҙәнәк анемияһын генетик ҡайсылар ярҙамында  дауаларға өйрәндек.  Яман шеш сире булған пациент өсөн шештәрҙе генетик профилләү нигеҙендә препараттар һайларға ла өйрәндек, - тине “Генетика һәм медицина” трегы остазы, биология фәндәре кандидаты Ирина Алексеенко.

Шулай уҡ “Гуманитар микс” трегы ла ҡатнашыусылар араһында популярлығы менән ҡайтышмай. “20 быуат гуманитар фәндәр быуаты булыр – йәки ул бөтөнлй булмаҫ”  тигән этнолог, социолог, философ, культуролог Клод Леви-Стросс.

Өсөнсө урында “Һанлы технологиялар” йүнәлеше килә. “Һанлы технологиялар мөһимлеген баһаламай мөмкин түгел. Бөгөн Рәсәй – сәнәғәтте һанлаштырыу һәм һанлы сервистар ҡулланыу буйынса лидерҙар рәтендә. Был тармаҡтың потенциалы бик ҙур”, - ти был тректың остазы, “Квант мәғлүмәт технологиялары” Рәсәй квант үҙәгенең ғилми төркөмө етәксеһе Алексей Федоров.

Конкурс еңеүселәренә “Көнсығыш” космодромына барыу мөмкинлеге буласаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 .

 

 

  

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас