Белем һәм тәрбиә
6 Августа 2024, 06:05

Быйыл уҡыу йылы ҡасан башланыр?

Был көндә спиртлы эсемлектәр тә һатылмаясаҡ. 

Быйыл уҡыу йылы ҡасан башланыр?Быйыл уҡыу йылы ҡасан башланыр?
Быйыл уҡыу йылы ҡасан башланыр?

Башҡортостанда яңы уҡыу йылы ғәҙәттәге кеүек 1 сентябрҙә түгел, ә 2 сентябрҙә башлана. Был турала социаль селтәрҙәрҙә республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте. Министрҙың аңлатыуынса, быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә, шуға килә тәүге уҡыу көнө дүшәмбегә күсерелә.

“Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле коллегалар һәм ата-әсәләр! Быйыл Белем көнөн үткәреү буйынса һорауҙар килә. Белем биреү ойошмаһында уҡыу йылы 1 сентябрҙән башлана. Әгәр был көн ял көнөнә тура килһә, был осраҡта уҡыу йылы ялдарҙан һуң тәүге эш көнөндә башлана. Шулай итеп, 2024-2025 йылда уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана” – тип яҙҙы ул.

Әйткәндәй, ҡануниәткә ярашлы, Белем көнө билдәләнгән көндә Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, уҡыу йылы 2 сентябрҙә башланғас, тап ошо көндә республикала алкоголь һатылмаясаҡ. Бында һыра ла инә.

Тыйыу бөтә магазиндарға ла ҡағыла, ә йәмәғәт туҡланыуы нөктәләренә таралмай.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас