Белем һәм тәрбиә
6 Август 2024, 18:00

Тәүге эштәр башланған

Тикшереүҙәр Евразия фәнни-тикшереү үҙәгенең Төбәк-ара студенттар кампусы базаһында атҡарыла.

Тәүге эштәр башланғанТәүге эштәр башланған
Тәүге эштәр башланған

Башҡорт дәүләт медицина университетының Аддитив технологиялар лабораторияһында РЕЕК яңы материалы менән эште башланылар. Уны ҡулланыу импланттарҙы әҙерләү технологияһын эшләүҙе мөмкин тиклем анығыраҡ атҡарыуҙы тәьмин итәсәк. Әлеге ваҡытта лабораторияла Total Z принтерында РЕЕК материалы менән 3D-баҫмаһы эшкәртелә. Яңы материал һәм ҡорамал, университеттың “Өҫтөнлөк-2030” үҫеш программаһын һәм республика мегагрантын тормошҡа ашырыуға ярашлы, һатып алынған.

Тикшереүҙәр Евразия фәнни-тикшереү үҙәгенең Төбәк-ара студенттар кампусы базаһында атҡарыла.

PEEK (полиэфирэфиркетон) – яңы материал, юғары температуралы ярым кристаллы полимер. Был – бик күп өҫтөнлөктәре булған медицина материалы.

Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты IV курс студенты Альфред Ғәләүетдинов медицина форматындағы DICOM-файлдарҙы эшкәртеү буйынса эш атҡара. Ул үҙ эсенә нейрохирургия әмәлиәтенән һуң баш һөйәген КТ-тикшереүҙе ала.

- Лабораториябыҙҙа импланттарҙы реаль медицина мәғлүмәттәре нигеҙендә, инновация материалы ярҙамында баҫма технологияһын эшкәртеү буйынса тәүге эштәр башланған. Нейрохирургия, бит-яңаҡ хирургияһы әмәлиәтенән һуң етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн импланттар медицина моделе баҫмаһы - процеста. Кампус инновация йүнәлештәре һәм фән фекерен масштаблау өсөн яңы мөмкинлектәр булдыра, - тип һөйләне Башҡорт дәүләт медицина университетының аддитив технологиялар лабораторияһы мөдире Марс Ғәләүетдинов.

Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/24609/

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас