Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вазифаға килеү менән төп иғтибарын мәғариф тармағына бүлде. Был аңлашыла ла – сифатлы белем булмай тороп, яҡшы киләсәк төҙөп булмай.
“Беҙҙең өсөн төп бурыс – ул мәғариф. Һәр мәктәптә – төпкөл ауылда ла, ҡалалағы яңы уҡыу йортонда ла – сифатлы белем биреү һәм тәрбиәләү өсөн бөтә шарттарҙың булдырылыуы мөһим”, – тигәйне ул 2019 йылда уҡ.
Балалар уңайлы шарттарҙа уҡырға тейеш
Һәм мәктәптәрҙә, ысынлап та, һәйбәт шарттар булдырыу өсөн ҙур эш башланды. Хатта тәү ҡарашҡа ваҡ булып күренгән, әммә балалар өсөн үтә мөһим булған йылы бәҙрәф проблемаһы ла хәл ителә башланы.
“Әгәр йылы бәҙрәф төҙөй алмайһығыҙ икән, тимәк мәктәпте емереп ташлағыҙ, яңыны төҙөйәсәкбеҙ. Был һеҙҙең менән тәүҙә ябай, төп мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнеүебеҙҙең мөһим күрһәткесе. Һәм шунан һуң ғына артабан алға барырға кәрәк”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Мәғариф системаһын үҫтереүгә республикала комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн мотивация системаһы булдырыла, илдәге иң яҡшы уҡытыу тәжрибәләре индерелә.
Республика етәкселеге мәктәптәрҙе ремонтлауға заявкалар биреү процесын үҙ контроле аҫтына алыуы сәбәпле, Башҡортостан ошо йүнәлеш буйынса аутсайдерҙарҙан федераль финанслау йәлеп итеү буйынса алдынғылыҡҡа сыҡты.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда белем алыу мөмкинлеген арттырыу өсөн ҙур аҙымдар яһалды. Был яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөүҙе, шулай уҡ булған уҡыу йорттарын модернизациялауҙы үҙ эсенә ала. Мәктәптәрҙә капиталь ремонт ҙур роль уйнай. 2019-2023 йылдарҙа республикала төрлө эштәр буйынса 777 бина ремонтланған: мәктәптәрҙә йылы бәҙрәфтәр эшләү, мәктәптәрҙең туҡланыу блоктарын капиталь ремонтлау, мейестәрҙе электрға алмаштырыу, капиталь ремонт иҫәбенә өҫтәмә урындар булдырыу (ике сменаны бөтөрөү), мәктәптәрҙең спорт залдарын капиталь ремонтлау, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Хөкүмәт ҡушыуы буйынса мәктәп биналарын комплекслы капиталь ремонтлау. 2022-2023 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа сиктәрендә 37,6 мең бала өсөн 140 мәктәп бинаһы (2022 йылда – 63 бина, 21 мең самаһы уҡыусы, 2023 йылда – 77 мәктәп бинаһы, 16,6 мең бала) ремонтланған. 2023 йылда 29 муниципалитетта мәктәп биналары ремонтланған. 2024, 2025, 2026 йылдарҙа Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан бер йыллыҡ ремонт циклына объекттар исемлеге раҫланған: быйыл алты бина, киләһе йылда һигеҙ бина һәм 2026 йылда 35 бина.
Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау ни өсөн кәрәк?
Был тәү сиратта уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Шулай уҡ капиталь ремонт хәүефһеҙлек проблемаһын да хәл итә. Уҡыу йорттарының инфраструктураһын яңыртыу белем биреү сифатын яҡшыртыуға һәм заманса белем биреү мөхитен булдырыуға булышлыҡ итә.
Шулай уҡ иҫке мәктәптәр өсөн икенсе ғүмер бирелә. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау республиканың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау төбәктә белем биреүҙең абруйын күтәреүгә һәм квалификациялы уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың һөнәри мотивацияһын һәм уҡыу процесының һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкин.
Башҡортостан – мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса лидер. Республика уҡыу йорттары биналарын тулыһынса яңыртыуға федераль бюджеттан йәлеп ителгән средстволар буйынса әле үк алдынғы урындарҙа тора. 2023 йылда республика федераль средстволар йәлеп итеү (Рәсәйҙә – өсөнсө урын) һәм ремонт үткәрелгән мәктәп биналары һаны (Рәсәйҙә – икенсе урын) буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Мәктәп мәғарифы системаһын ошондай күләмле комплекслы реновациялау республикала тарихта тәүге тапҡыр уҙғарыла. Төбәк башлығы ил Президенты менән булдырылған был программаның мөһимлеген күп тапҡырҙар билдәләне.
“Артабан да алға барасаҡбыҙ – әлбиттә, эштәр күп әле. Мөһим бурыстарҙың береһе – Президент программаһы буйынса 31 мәктәпкә капиталь ремонт үткәреү. Уларҙың алтауһын 2024 йылда тамамлайбыҙ һәм 25-ен киләһе йылда тамамлайбыҙ. Шулай уҡ быйыл “Мәғариф” милли проекты буйынса һалынған яҡынса 9 мең урынлыҡ һигеҙ мәктәпте сафҡа индерергә ниәтләйбеҙ”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Быйыл капиталь ремонт Бижбүләк, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Бөрө райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат ҡалалары мәктәптәрендә башҡарыла. Ә быға тиклем иһә был эш республиканың һәр ҡалаһы һәм һәр районында башҡарылған.
Ишембайҙар ҡәнәғәт
Райондарында үткән ремонт тураһында ишембайҙарҙан белештек.
– Район мәктәптәренә капиталь ремонт бик кәрәк ине. Шуға күрә ошо программаға эләгеү, күберәк мәктәптәрҙе йәлеп итеү өсөн бик тырыштыҡ. 2022 йылда Ишембай ҡалаһында һәм районында мәктәп системаһын яңыртыу программаһы сиктәрендә алты мәктәптә комплекслы ремонт үткәрелде. Ҡалалағы 2-се, 5-се һәм 11-се урта мәктәптәр, Шулай уҡ Этҡол, Кинйәбулат, Көҙән урта мәктәптәре яңыртылды. Бер юлы мәктәп яны биләмәләре төҙөкләндерелде, асфальт түшәлде, спорт майҙансыҡтары булдырылды. 2023 йылда йәнә өс мәктәпкә капиталь ремонт яһалды. Мәктәптәр генә түгел, балалар баҡсаларын да капиталь ремонтлау менән шөғөлләнәбеҙ. 2025-2027 йылдарҙа ремонтлау өсөн алты объект хупланды. Был эште алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәкбеҙ. Был үҙгәрештәргә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик шат һәм көтөп ала, – тине Ишембай районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Ләйсән Ғарифуллина.
Мәҫәлән, ремонт райондың Көҙән ауылы мәктәбендә эшләнде. Уҡыу йорто директоры Рәсимә Ғимранова һөйләүенсә, мәктәп бинаһы 1967 йылда төҙөлгән, ә 1995 йылда уға төкөтмә эшләткәндәр. Бөтәһе бында 80 бала уҡый.
“Мәктәбебеҙ яңы төҫ алыуына шатбыҙ, хәҙер иһә бөтөнләй икенсе кәйеф менән эшкә киләһең. Ысынында иһә яңы бина алдыҡ. Төҙөүселәргә эштәре өсөн рәхмәт”, – тип билдәләне мәктәп директоры.
Белем усаҡтарының яңырыуына ата-әсәләр ҙә бик шат. Мәҫәлән, балалары Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбендә уҡыған Альбина Рәхимова бөтә уҡыусылар өсөн дә ҡыуана.
– Инде икенсе балабыҙ бында уҡый. Ҙуры уҡый башлаған саҡта мәктәптең торошо беҙҙе бик ҡәнәғәтләндермәй ине. Ә капиталь ремонттан һуң ул тулыһынса тиерлек яңырҙы. Балалар ҙа мәктәпкә ҙур теләк менән йөрөй башланы. Ремонтҡа ике йыл ваҡыт үтһә лә, балалар уны ҡәҙерләп һаҡлай, ул бөгөн дә яңы кеүек. Балаларыбыҙҙың ошондай шарттарҙа белем алыуына республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, – тине ул.
Фото: "Башинформ".