Белем һәм тәрбиә
13 Август 2024, 18:15

Кампуста эштәр гөрләй

Өфөнөң вуз-ара кампусында урынлашҡан ӨДНТУ-ның VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре “Студент стартапы” конкурсы финалсылары өсөн VR-тренажерҙар эшләүҙә ҡатнашты

Кампуста эштәр гөрләйКампуста эштәр гөрләй
Кампуста эштәр гөрләй

 Мәҫәлән, Антон Нужныйҙың проекты өсөн лаборатория хеҙмәткәре Ирек Исхаҡов комплектлы бүлеү ҡоролмаһы күҙәнәктәрендә оператив күсереүҙәр үткәреү буйынса виртуаль ысынбарлыҡ тренажерын эшләгән.

VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһы ӨДНТУ-ның “Приоритет 2030” үҫеш программаһының “Евразия политехник мәктәбе” стратегик проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған. Лабораторияның пландарында хеҙмәттәшлек спектрын, шул иҫәптән индустриаль партнерҙар менән дә киңәйтеү тора. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәр “ПЕГАЗ” ғилми-тикшеренеү һәм проект институты өсөн тәбиғи газды шыйыҡландырыу ҡоролмаһы менән виртуаль ысынбарлыҡ тренажерын эшләй.

 Һылтанма буйынса VR-тренажерҙың видео-иллюстрацияһы бирелгән.

Фото:pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас