Белем һәм тәрбиә
16 Август 2024, 13:30

Йәйге ял тамамлана

“Йәйләү” лагерында булғандар йыл да бай тәьҫораттар менән ҡайта.   

Йәйге ял тамамланаЙәйге ял тамамлана
Йәйге ял тамамлана

Республикабыҙҙа балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға йылдың-йылы  ҙур иғтибар бүленә. Быйыл да 500 меңгә яҡын уҡыусы Башҡортостан лагерҙарында ял итте. Улар өсөн 1770 самаһы балалар ялы ойошмаһы эшләне, шул иҫәптән – 911 көндөҙгө, 99 ҡала яны, 10 палаткалы, 675 хеҙмәт һәм ял, 75 профилле лагерь. 2024 йылда ошо йүнәлештәге һауыҡтырыу кампанияһына 2,96 миллиард һум самаһы аҡса бүленде.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Балалар ялын ойошторғанда төп иғтибар һәр ваҡыт хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә, санитар талаптарҙы үтәүгә йүнәлтелә. Әлбиттә, һәр сменаның эшен ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп ойоштороу мәсьәләһе лә ситтә ҡалмай.

– Балалар күңеленә ниндәйҙер яҡшылыҡ һалыу мөһим. Шуға күрә лагерҙарҙа “Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеү”, “Ир-егеттәрсә әңгәмә”кеүек саралар, башҡа төрлө проекттар булырға тейеш. Уҡыусылар менән осрашыуҙарға махсус хәрби операция яугирҙәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре килһен. Балаларыбыҙҙың күңеле, йөрәге һәм аҡылы өсөн даими көрәш алып барырға тейешбеҙ, – тигән теләген белдергәйне йәйге ял кампанияһы алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. 

Әйткәндәй, Башҡортостанда ғәмәлдә булған республика программаһына ярашлы, ата-әсәләр балалар лагерына юллама хаҡының 70 процентына тиң компенсация алыу хоҡуғына эйә.

Быйыл да Башҡортостан лагерҙары, республика балаларынан тыш, илдең  башҡа төбәктәренән дә ял итеүселәрҙе ҡабул итте. Мәҫәлән, Илеш районындағы “Орленок” һәм Әбйәлил районындағы “Ҡайынҡай” лагерҙарында Белгород өлкәһенән 500-гә яҡын бала йәйге ялын файҙалы һәм йөкмәткеле үткәрҙе. Ошо көндәрҙә республикаға Курск өлкәһе уҡыусылары килде. Был төбәктәге ҡатмарлы хәл-торош барыбыҙға ла билдәле. ”Һеҙ барығыҙ ҙа Курск өлкәһендә ниндәй хәлдәр барғанын күрәһегеҙ. Ситуация бик ауыр. Беҙ Курск өлкәһе етәкселеге менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Мин башлыҡҡа халыҡты, балаларҙы ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙҙы раҫланым. Был – беҙҙең төп бурысыбыҙ“, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Әлегә Башҡортостан Курск өлкәһенән 34 баланы, һигеҙ оҙатыусыны ҡабул итте. Ҡунаҡтарҙы БР Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡаршы алды. Улар Дүртөйлө районындағы шифахана һәм балалар һауыҡтырыу лагерында урынлаштырылды.

“Йәйләү”ҙә йәй күңелле үтә

Быйыл республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Күмертау ҡалаһының “Йәшел имәндәр” лагерында “Йәйләү” профилле лагерын ойошторған. Бындағы һуңғы ял сменаһына республиканың төрлө мөйөштәренән Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен яҡшы белгән, ошо фән буйынса олимпиадала еңеү яулаған 60 уҡыусы йыйылған. Улар 12 авгусҡа тиклем хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеп, үҙ-ара аралашып, яңы дуҫтар табып, ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ матур тәьҫораттар алып таралышҡан.

– Йәйге ял кампанияһын йомғаҡлаған өсөнсө сменала бөтәһе 219 бала булды. Был сменаның төп темаһын Бөтә Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте”нең эшмәкәрлегенә нигеҙләп,  “Беренселәр биләмәһе” тип атаныҡ. Ике отряд, йәғни “ырыу” профилле “Йәйләү” лагеры булараҡ тупланды. Был 60 бала “Йәшел имәндәр” лагерына бушҡа ғына килеп эләкмәне, бындай мөмкинлек уларға уҡыуҙағы уңыштары, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса төплө белемгә эйә булыуҙары өсөн бүләк булараҡ бирелде, – ти лагерь директоры Сергей Медведев.

“Йәйләү”ҙәге һәр көн ҡыҙыҡлы, фәһемле сараларҙан торған. Егеттәр һәм ҡыҙҙар менән өлкән вожатый, куратор Ғәзинур Танһыҡҡужин, үҙҙәре лә йәш, маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы вожатыйҙар Гүзәл Ермакова, Динар Тоҡомбәтов, Ғәлиә Басирова, Алтынай Тимербаева эшләгән.

– Балалар йәшенә ҡарап, “Ҡыпсаҡ” һәм “Үҫәргән” “ырыуҙарына” берләште. Улар дөйөм лагерь күләмендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты, шул уҡ ваҡытта профилле смена эшмәкәрлегенә ярашлы, башҡорт телен үҫтереүгә, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә, рухи тәрбиәгә нигеҙләнгән ҡыҙыҡлы кисәләр, ярыштар үткәрелде. Һәр көн айырым темаға арналды, мәҫәлән, башҡорт йырҙары, башҡорт әкиәттәре, йолалары көнө, “Йәйләү батыры”, “Йәйләү һылыуҡайы” конкурстары бик ҡыҙыҡлы үтте. Балалар ҙур теләк менән ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға, башҡортса бейергә өйрәнде, шулай уҡ бергәләп “Урал батыр” эпосын уҡып, фекер алыштыҡ, уның өҙөктәрен сәхнәләштерҙек. Уҡыусылар араһында эпосты быға тиклем ятҡа белеүселәр ҙә күп ине, әммә күптәр уны үҙе өсөн өр-яңынан асты. Профилле лагерҙың программаһын төҙөгәндә уға нигеҙ һалыусы шәхесебеҙ Мәрйәм апай Бураҡаеваның башланғыстарына тоғро ҡалырға тырышабыҙ, – тип һөйләй өлкән вожатый Ғәзинур Танһыҡҡужин.

Ғәзинур Рифҡәт улы профилле “Йәйләү” лагерында 2019 йылдан алып эшләп килә. Һөнәре буйынса – сит телдәр уҡытыусыһы. “Был лагерға талантлы, рухлы, белемле балалар йыйыла. Улар менән эшләү рәхәт тә, ҡыҙыҡ та. “Йәйләү” – ул үҙенсәлекле бер донъя, айырым мөхит кеүек. Ҡасандыр ошо лагерҙа ял иткән балалар хәҙер үҙҙәре вожатыйҙар булып эшләргә килә”, – ти өлкән вожатый. 

Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә балаларындағы үҙгәрештәрҙе күреп ата-әсәләр ҙә берсә ғәжәпләнә, берсә һоҡлана. Хатта башҡа ваҡытта үтә ипле, баҫалҡы булып күренгән ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа “Йәйләү”ҙә бөтөнләй икенсе яҡтан асыла, үҙен кеше араһында тоторға, сәхнәлә сығыш яһарға өйрәнә, ойоштороу һәләттәрен күрһәтә. Был лагерҙа кемдер матур итеп бейей башлай, икенселәр ҡурай уйнау, ҡумыҙ сиртеү серҙәрен үҙләштерә. Вожатыйҙар ҙа республиканың төрлө төбәгенән йыйылған балаларҙың шул тиклем тиҙ арала тупланыуын, берләшеүен билдәләй. Улар уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу, уларҙың рухтарын байытыу, милли үҙаңын нығытыу йәһәтенән маҡсатлы эштәр башҡара. Йәш быуынды илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләүгә, милли рухты үҫтереүгә ҡоролған “Йәйләү” лагеры йыл һайын ойошторолоп торһон, был изге, матур башланғыс дауам итһен!

Балалар нимә ти?

Арыҫлан ШӘПТИЕВ, Өфө районының Михайловка ауылы (фотола):

– Мин Советтар Союзы Геройы Алексей Алымов исемендәге Михайловка ауылы мәктәбенең IX класына барам. Төрлө фәндәр буйынса, шул иҫәптән башҡорт теленән лә олимпиадаларҙа ҡатнашам, һөҙөмтәләрем яҡшы ғына. Шулай уҡ бәләкәй сағымдан уҡ “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләү буйынса бәйгеләрҙә ҡатнашып киләм, үҙебеҙҙең Өфө районында урын яуланым. Башҡортостан Яҙыусылар союзы үткәргән ижади конкурсҡа эссе тәҡдим иткәйнем, унда да еңеү яуланым. Ошондай уңыштарым өсөн мине “Йәйләү” лагерына юллама менән бүләкләнеләр. Ныҡ оҡшаны, Башҡортостандың 54 төбәгенән дуҫтар таптым. Үҙемде төрлө яҡлап һынап, яңы һөнәрҙәргә, шөғөлдәргә өйрәнеп ҡайттым. Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте, халҡыбыҙҙың үткәне тураһында белемемде тағы ла нығыраҡ байыттым.

“Кумертауское время” гәзите һәм Ғ. Танһыҡҡужин фотолары.

Йәйге ял тамамлана
Йәйге ял тамамлана
Йәйге ял тамамлана
Йәйге ял тамамлана
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас