Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡта Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте. Унда һәр ваҡыттағыса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Был республика етәкселегенең мәғариф системаһына, балаларҙың сифатлы белем алыуына, уларға уңайлы шарттар булдырыуға, уҡытыусылар һәм педагогтарға ҡарата булған иғтибар һәм хәстәрлек тураһында һөйләй. Ғөмүмән, Радий Хәбиров эш башлағандан алып мәғариф системаһына иғтибарлы. Һуңғы биш йылда тармаҡты үҫтереү өсөн иҫ китмәле күп эш башҡарылды һәм был туҡтарға уйламай. Шуға күрә бөгөн, яңы уҡыу йылы башланыр алдынан бер ни тиклем йомғаҡтар яһап китергә булдыҡ.
Биш йылда – 44 мәктәп
Биш йылда Башҡортостанда 22 меңдән ашыу урынлыҡ 44 мәктәп сафҡа индерелде. Шулай уҡ берләштерелгән объекттарҙы иҫәпкә алып, 9173 урынға иҫәпләнгән 65 балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Быйыл йәнә өс мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Улар – Өфөләге “Йондоҙ” белем биреү үҙәге, Иглин районының Иглин ауылында 1225 урынлыҡ мәктәп һәм Туймазыла 500 урынлыҡ 5-се урта мәктәп. Шул уҡ ваҡытта концессия килешеүҙәре сиктәрендә әлеге ваҡытта республикала ете ҙур мәктәп төҙөлә. Президент программаһы ярҙамында ике йылда Башҡортостанда 53 мең бала өсөн 140 мәктәп бинаһы ремонтланған. Ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум йүнәлтелгән, тағы ла 1 миллиард һумдан ашыу аҡсаны республика үҙе өҫтәне. Быйыл республикала 31 мәктәптә ремонт эштәре башланды, уларҙың алтауһы – быйыл, ә 25-е киләһе уҡыу йылында асыласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин балалар баҡсаларын ремонтлау буйынса федераль программаны башлап ебәрҙе. Республика унда ҡатнашыуға заявка бирҙе лә инде, уға 159 балалар баҡсаһы индерелде.
Дөйөмләштереп әйткәндә, мәктәптәрҙә белем алыу өсөн бөтә шарттар булдырыла һәм был үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы уҡытыусылар кәңәшмәһендә республика мәғариф сифаты менән идара итеүҙең төбәк механизмдарын баһалау буйынса төбәктәр рейтингында 2020 йылда 71-се урындан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса 17-сегә күтәрелеүен билдәләне. 2024 йылда Башҡортостан уҡыусылар араһында Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса өс лидер иҫәбенә инде, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса алтынсы урын яуланы.
2024 йылда Башҡортостанда БДИ-ны йөҙ балға яҙыу буйынса рекорд ҡуйылды – 155 эш тәшкил итә. Был бер йыл элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Һуңғы биш йылда республиканың Берҙәм дәүләт имтиханын объектив үткәреүҙең “йәшел зона” һында ҡалыуы мөһим.
Урта белем биреүгә лә иғтибар ҙур
Уҡыу корпустарын һәм дөйөм ятаҡтарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы сиктәрендә 90 дәүләт колледжына дүрт йылда 700 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән. 2023 йылда 12 колледжды ремонтлауға, төҙөкләндереүгә һәм ҡорамалдар һатып алыуға тағы 500 миллион һум бүленде.
2023 йылда Башҡортостанда урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереүҙәге ҡаҙаныштар өсөн колледждар өсөн 1-шәр миллион һумлыҡ 10 грант булдырылды.
Шулай уҡ уңышлы эшләгән урта махсус уҡыу йорттары йыл һайын матди базаны һәм уҡыу ҡорамалдарын яңыртыуға 30 миллион һум күләмендә грант ала. Иң яҡшы уҡытыусыларға һәм мастерҙарға 690-шар мең һумлыҡ гранттар һаны 20-гә тиклем арттырылды.
“Башҡортостандың 19 колледжы “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнаша. Унда шунда уҡ ҙур аҡса килә һәм уҡыу йорто тулыһынса үҙгәрә – экосистема, экстерьер, интерьер, уҡыу базаһы яңыртыла, яңы оҫтаханалар, лабораториялар барлыҡҡа килә, – тине Радий Хәбиров. – Сәнәғәткә эшсе ҡулдар етешмәй. Ә колледждар – иҡтисадыбыҙ өсөн кадрҙарҙы туранан-тура тәьмин итеүсе. Шуға күрә был хәҙер стратегик мөһим йүнәлеш”.
Башҡортостан Башлығы республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениеларына ҙур иғтибар бүләсәген билдәләне.
“Урта махсус уҡыу йорттары системаһын яңыртыу – иң яҡшы капитал һалыу, сөнки хеҙмәт ресурстарын алабыҙ, һөҙөмтәлә иҡтисадыбыҙ әүҙем үҫешә ала. Шуға күрә республика буйлап эш сәфәрҙәре барышында колледждарыбыҙҙың һәм уларҙың филиалдарының хәлен ҡарарға тырышам. Был тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләргә төшөнөргә мөмкинлек бирә”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Иң мөһиме – хәүефһеҙлек
2019-2024 йылдарҙа Башҡортостандың мәктәп автопарктарын 700 автобус тулыландырҙы. Уларҙың 253-ө - төбәк бюджеты иҫәбенә, 447-һе федераль ярҙамға һатып алынған. Август кәңәшмәһе көнөндә тағы 17 автобус республиканың 15 муниципалитетына юлланды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы һәм имен юлдар теләне.
– 1 сентябрь алдынан беҙ мәктәп автобустарын тапшырыуыбыҙға шатбыҙ. 52 меңдән ашыу баланың уҡыу көнө мәктәп автобусынан башлана. Иң мөһиме, юлдарҙа хәүефһеҙлек булырға тейеш. Ә хәүефһеҙлек – яңы, яҡшы автобустар һәм профессиональ водителдәр, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларын 1523 автобус уҡыған урындарына алып бара. Улар 2638 тораҡ пункттан 52 206 баланы йөрөтә.
Әлбиттә, мәғариф тармағының уңыштары былар менән генә сикләнмәй. Республикала мәғариф системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн мотивация системаһы булдырыла, илдә иң яҡшы уҡытыу тәжрибәләре индерелә. Башҡортостан Башлығы мәктәптә патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, “Патриот” паркы проекты уның шәхси контроле аҫтында тормошҡа ашырыла һәм үҫешә.
Республикала “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыу, шулай уҡ балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм үҫтереү буйынса төбәк үҙәген булдырыу. Шулай уҡ “Балалы ғаиләләргә ярҙам” мәғарифты үҫтереү программаһы бар. Уның асылы өс йәшкә тиклемге балаларҙың иртә үҫеше өсөн шарттар булдырыуға һәм ғаиләлә мәктәпкәсә белем алыусы балаларҙың ата-әсәләренә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы программаларын ғәмәлгә ашырыуға ҡайтып ҡала.
Бынан тыш Башҡортостан 236 берәмек мәктәп стоматология кабинеттары һаны буйынса ил буйынса алдынғы урынға сыҡты. Уларҙың 110-ы “Юғарыға ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә 2019-2023 йылдар осоронда булдырылған ине. Бөгөн дә уларҙы үҫтереү дауам итә, яңынан-яңы мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыла.
2019 йылдан Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр асыла башланы. Бөгөнгө көнгә һигеҙ мәктәп асылған да инде. Балалар баҡсаларында 72 полилингваль төркөм бар, 2020 йылдан Өфөлә Полилингваль балалар баҡсаһы эшләй. Полилингваль мәктәптәр һәм балалар баҡсалары селтәре киңәйәсәк, улар баш ҡалала ғына түгел, ә район үҙәктәрендә лә асыла.
2022 йылдан башлап республиканың 214 мәктәбе тәүге тапҡыр инициативалы бюджетлау проекттарында еңеү яуланы: мәктәп проекттарын тормошҡа ашырыуға 204 мәктәп 500-шәр мең һум алды һәм 10 мәктәп һәр ҡайһыһы 2-шәр миллион һум алды.
Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам
2024 йылдың 1 сентябренән Башҡортостанда барлыҡ ишле ғаиләләрҙәге уҡыусыларға ҡала транспорты менән бушлай файҙаланырға мөмкинлек биргән закон үҙ көсөнә инә. Ял көндәренән, байрамдарҙан һәм каникулдарҙан тыш, уҡыу көндәрендә 1 сентябрҙән 31 майға тиклем балалар бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙалана ала. Бының өсөн уларға уҡыусы картаһы йәки “Алға” картаһы талап ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә ишле ғаилә тип иҫәпләнә. Социаль ярҙам сараһы менән өлкән балаһы 18 йәшкә етмәгән (әгәр юғары уҡыу йортонда уҡыһа, 23 йәше тулмаған) ғаиләләр файҙалана ала.
Шулай уҡ өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләр мәктәп формаһы һатып алыуға компенсацияға хоҡуҡлы. Бының өсөн ғариза, ата-әсәнең паспорттары, балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтары һәм паспорттары, мәктәп формаһы һатып алыуҙы раҫлаған чектар, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалынан ғаиләгеҙҙең аҙ тәьмин ителгән булыуы тураһында белешмә (райондарҙа бындай белешмәне күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин) кәрәк.
Ғаризаны һәм документтарҙы 2024 йылдың 1 октябренә тиклем балалар уҡыған мәктәпкә тапшыралар. Компенсацияның максималь суммаһы 4489 һум тәшкил итә. Бындай ярҙамды ике уҡыу йылына бер тапҡыр алырға мөмкин.
Тиҙҙән мәктәпкә!
Әлеге ваҡытта ата-әсәләр һәм уҡыусылар гөр килеп яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Был иһәтәү сиратта уларҙы кейендереү һәм канцелярия тауарҙары һатып алыу. Баш ҡалалағы ҙур сауҙа үҙәктәрендә мәктәп йәрминкәләре эшләй. Беҙ Үҙәк баҙарҙа урынлашҡанын барып күрҙек.
Бында башлыса Рәсәйҙә һәм Белоруссила етештерелгән мәктәп формалары һатыла. Әлбиттә, инфляцияға бәйле, хаҡтар уҙған йыл менән сағыштырғанда артҡан. Шулай ҙа ата-әсәләр балаларын матур итеп кейендерер, мәктәпкә лайыҡлы әҙерләр өсөн тырыша.
Беҙ баҙарҙа баш ҡалала йәшәгән Ольга менән улы Иванды осраттыҡ. Улар мәктәпкә костюм һайлай ине.
– Улым икенсе класҡа бара. Былтыр алған костюмы бәләкәсәйҙе. Шуға күрә быйыл да яңыртырға булдыҡ. Әле мәктәпкә әҙерләнеп бөттөк тиерлек. Бөтәһе 14 мең самаһы аҡса китте. Дөйөм алғанда, республикала белем биреү кимәле менән ҡәнәғәтбеҙ. Өйөбөҙгә яҡын мәктәпте һайланыҡ, унда барыһы ла яҡшы, улымды уҡыталар, тәрбиәләйҙәр, – тине ул.
Алексеевка ауылынан килгән Валентина исемле ханым ҡыҙы Александра менән канцелярия тауарҙары һайлай ине. 5-се класҡа уҡырға күскән ҡыҙ тиҙерәк мәктәпкә барғыһы килеүе тураһында һөйләне. Әсәһе иһә әҙерлек барышы тураһында әйтте.
- Формалар, кейем-һалым алып бөттөк. Әле ҡыҙым үҙе килеп көндәлектәр, дәфтәрҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ һайланы. Уҡый йылын һәр саҡ тулҡынланып көтөп алабыҙ. Уңышлы булһын тип теләйем, - тине ул.
Яңы уҡыу йылында мәктәп уҡыусыларына уңыштар, ата-әсәләргә сабырлыҡ, уҡытыусыларға һөнәри үрҙәр теләйбеҙ!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.