Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә дөйөм белем биреү ойошмаларының яңы уҡыу йылына әҙерлек һөҙөмтәләре тикшерелде. Сентябрь башынан республика мәктәптәрендә 524,8 мең бала, шул иҫәптән 48 мең беренсе класс уҡыусыһы һәм Донбасстан 200 бала өсөн дәрестәр башлана. Тантаналы линейкалар 2 сентябрҙә бөтә уҡыу йорттарында үтәсәк.
Кәңәшмәлә мәктәптә туҡланыу мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүленде. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин республикала башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙе дауам итеүҙәрен һөйләне.
– 2024 йылдан айырым ихтыяжлы балалар өсөн махсус туҡланыу, шул иҫәптән диабетиктар, аллергиктар өсөн ризыҡтар, шулай уҡ глютенһыҙ һәм һөтһөҙ меню индерелде, - тип хәбәр итте Илдар Мәүлетбирҙин.
Кәңәшмәлә яңы уҡыу йылында юлдарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләре лә тикшерелде. 2024 йылда уҡыу йорттарына уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн өҫтәмә транспорт һатып алынған. Республика бюджеты иҫәбенә 17 автобус һатып алды, республика Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта август кәңәшмәһе барышында мәктәп директорҙарына уларҙың асҡыстарын тапшырҙы. Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, Башҡортостанға тағы 50 мәктәп автобусы бүленде – улар 2024 йылдың өсөнсө кварталында килтереләсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәр янындағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге сараларына айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты.
Башҡортостанда белем биреү учреждениеларын яңыртылған стандарттарға ярашлы дәреслектәр менән тәьмин итеү буйынса әүҙем эш дауам итә – быға республика ҡаҙнаһынан 1,3 миллиард һум бүленде. Аҡса шулай уҡ туған телдәрҙә дәреслектәр һәм әсбаптар һатып алыуға йүнәлтелгән.
Мәктәптәр уҡыу программаһы йөкмәткеһе үҙгәреүенә лә әҙер - 2024 йылда яңы предмет - Ватан хәүефһеҙлеге һәм уны һаҡлау нигеҙҙәре барлыҡҡа килә. Йәй көнө был дисциплинаны уҡытыу өсөн 1 меңдән ашыу уҡытыусы әҙерләнгән. Улар өсөн көҙ көнө Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында ғәмәли уҡыуҙар үткәреләсәк.
Оператив кәңәшмә барышында мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау мәсьәләләре айырым тикшерелде. Белем көнөнә Башҡортостанда Өфөлә, Күмертауҙа, Стәрлетамаҡта, шулай уҡ Баймаҡ, Әбйәлил һәм Бишбүләк райондарында яңыртылған алты мәктәп асыла. Республикала уҡыу йорттарын яңы уҡыу йылына әҙерләү тамамланды - төп эштәр 2024 йылдың 1 сентябренә тиклем тамамлана.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Белем көнөнә бағышланған сараларҙа төбәк Хөкүмәте ағзалары, республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша. Төбәк етәксеһе уларға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын мәктәп кластарына оҙатырға тәҡдим итте.
- Бөгөнгө кәңәшмәлә ҡатнашыусылар араһында байрам линейкаларына барып, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына иғтибар бүлә һәм ошо изге эштә ҡатнаша алған кешеләр бар, - тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.