Белем һәм тәрбиә
27 Август 2024, 18:50

Вуз-ара кампус ғалимдары спирт етештереүҙе декарбонизациялауҙы тәҡдим итте

Уның өҫтөнлөгө нимәлә?

Вуз-ара кампус ғалимдары спирт етештереүҙе декарбонизациялауҙы тәҡдим иттеВуз-ара кампус ғалимдары спирт етештереүҙе декарбонизациялауҙы тәҡдим итте
Вуз-ара кампус ғалимдары спирт етештереүҙе декарбонизациялауҙы тәҡдим итте

Вуз-ара кампус – ӨДНТУ резиденты ғалимдары аҙыҡ-түлек спирты етештереү предприятиеларында парник газдары сығарыуҙы кәметеү ысулын тәҡдим итте.

– Ғалимдарыбыҙ тәҡдим иткән ҡарар һыуҙы парға әйләндереү өсөн ҡулланылған энергия ресурстарын экономияларға ярҙам итәсәк. Был, үҙ сиратында, парник газдары сығарыуҙы кәметәсәк. Ошо эш буйынса патентты теркәүгә ғариза бирелгән, киләһе аҙым – методиканы производствола һынау, – тине ӨДНТУ ректоры Олег Баулин.

Әлегә лаборатория шарттарында үткәрелгән һынауҙар ыңғай эффект биргән дә инде. Тикшеренеү Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “Приоритет-2030” программаһы сиктәрендә үткәрелә (“Фән һәм университеттар” милли проекты).

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас