Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампуста урынлашҡан Өфө фән һәм технологиялар университетының Технологиялар трансферы үҙәгендә компьютер программаларын һәм мәғлүмәт базаларын теркәү буйынса электрон ғаризалар ҡабул итеү мөмкинлеге булдырылған. Хәҙер документтарҙы алыу ваҡыты өс тапҡырға ҡыҫҡартылды, был авторҙар өсөн дә, хоҡуҡ эйәһе өсөн дә бик мөһим. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
ЭВМ өсөн программаны дәүләт теркәүе тураһында беренсе таныҡлыҡ ғариза ебәрелгәндән һуң 24 көн үткәс алынған – был бик тиҙ. Элек иһә документтарҙы ебәреү һәм эшкәртеү өсөн ай ярым-ике ай ваҡыт киткән. Шуныһы ҡыҙыҡ, электрон теркәлеү аша һаҡ документын алған беренсе проект «CampusPlanner» тип атала һәм университеттарҙа расписание төҙөү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү программаһы булып тора.
Технологиялар трансферы үҙәге эшмәкәрлеген модернизациялау РФ Мәғариф һәм фән министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проекты буйынса грант ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бөгөн Үҙәк штатында Рәсәйҙең ике патентлы белгесе эшләй (Башҡортостанда бөтәһе 17 ошондай кимәлдәге белгес бар), улар документтар әҙерләй һәм Федераль сәнәғәт милке институты менән хеҙмәттәшлек итә. Үҙәк директоры Руслан Хәйретдинов һүҙҙәренсә, компьютер программаларына һәм мәғлүмәттәр базаһына электрон ғаризалар биреү ғәмәлн вуз-ара кампустың теләһә ниндәй резидентына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен теркәргә мөмкинлек бирә.
– Килсәктә беҙ компьютер программаларын яһалма интеллект өлкәһендәге уйлап табыуҙар өлкәһенә йүнәлтергә теләйбеҙ. Артабан уларҙы программа тәьминәте менән ҡыҙыҡһынған индустриаль партнерҙарға тапшырыу бурысы тора. Бынан тыш, дөйөм милли платформала теркәргә тырышасаҡбыҙ, – ти Руслан Хәйретдинов.
Мәғлүм булыуынса, 2023 йылда Өфө фән һәм технологиялар университеты Технологиялар трансферы үҙәген булдырыу һәм үҫтереү өсөн грант отҡан. Был республикала технологияларҙы үҫтереүҙең комплекслы системаһын әүҙем үҫтереү һәм уларҙы республикала ла, илдә лә коммерциялаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса бурыстар йөкмәтелгән берҙән-бер үҙәк.
Фото: pravitelstvorb.ru