Белем һәм тәрбиә
30 Август 2024, 12:30

Беренсе класҡа 48 мең бала бара

Яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәле ниндәй?

Беренсе класҡа 48 мең бала бараБеренсе класҡа 48 мең бала бара
Беренсе класҡа 48 мең бала бара

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тармаҡ быйылғы уҡыу йылына әҙер. Уҡыусылар сафын беренсе класҡа киләсәк 48 мең бала тулыландырасаҡ.

Ташламалы категорияға ҡараған уҡыусыларҙы бушлай йылы аш менән тәьмин итеүҙе ойоштороу өсөн 2024 йылда 3,7 миллиард һум (2,2 миллиарды – федераль бюджеттан, 1,5 миллиард һумы – республика ҡаҙнаһынан) бүленгән. Мәктәптәрҙә махсус меню биш төрҙә: шәкәр диабеты, фенилкетонурия, төрлө аҙыҡҡа аллергия сире булған балалар өсөн, шулай уҡ глютенһыҙ һәм һөт ризыҡтары ҡатыштырылмаған меню.

Уҡыу йылы алдынан мәктәптәрҙә янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү системаһы, хәүеф осрағында хәбәр тапшырыу саралары һ.б. төҙөклөгө тикшерелгән.

2024 йылда республикала тағы ла 17 мәктәп автобусы һатып алынған. 50 206 уҡыусыны йәшәгән урынынан уҡыу йортона тиклем алып барыу һәм кире илтеү өсөн 1523 мәктәп автобусы йәлеп ителгән. Йыл аҙағында тағы ла ошондай илле техника алыу планлаштырылған.

Республика мәктәптәре уҡыу стандарттарының йөкмәтке яғынан үҙгәрештәренә лә әҙер: 1 сентябрҙән яңы предметтар – хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау, шулай уҡ хеҙмәт (технология) дәрестәре индерелә. Уларҙы алып барыу өсөн йәйгеһен меңдән ашыу уҡытыусы әҙерләнгән.

Капиталь ремонт эштәренә килгәндә, 2024 йылда мәктәп системаһын яңыртыу программаһына 31 мәктәп индерелгән, уларҙың алтыһы – М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты, Баймаҡ лицей-интернаты, Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылы мәктәбе, Өфөнөң 119-сы мәктәбе, Стәрлетамаҡтағы 2-се лицей-интернат, Бишбүләк районының Уҫаҡ-Кисеү ауылы мәктәбе – бер йыллыҡ программа буйынса яңыртыла. Был объекттарҙа дөйөм әҙерлек 96,66 процент тәшкил итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районындағы төҙөлөш барышын тиҙләтеүҙе, ремонтты ваҡытында тамамлап, Белем көнө тантанаһына өлгөртөүҙе һораны.

Билдәле булыуынса, һуңғы ике йылда Башҡортостанда 140 мәктәп ремонтланды.

Фотолар Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан.

Беренсе класҡа 48 мең бала бара
Беренсе класҡа 48 мең бала бара
Беренсе класҡа 48 мең бала бара
Беренсе класҡа 48 мең бала бара
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас