Был уҡыу йылынан Башҡорт дәүләт медицина университетында Тактик медицина үҙәге эшләйәсәк.
Медицина хеҙмәткәрҙәре һәм хәрби тәжрибәләре булған белгестәр колледж һәм юғары уҡыу йорто студенттарын ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында тактик медицина һәм беренсе ярҙам күнекмәләренә өйрәтәсәк.
– Махсус хәрби операцияны үткән яугирҙәр ҙа остаз буласаҡ. Улар ярҙам итергә шатланып ризалашты. Был яугирҙәрҙең иңдәрендә хәрби иптәштәренең ҡотҡарылған ғүмерҙәре ята. Ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Фото сығанағы: Максим Забелин