Күмертау ҡалаһындағы М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы быйылғы уҡыу йылын иҫтәлекле, сағыу ваҡиғалар менән башлап ебәрҙе.
Беренсенән, гимназия-интернат бинаһы капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алып, балаларҙы ҡабул итте. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, бында бихисап эштәр башҡарылған.
Икенсе һөйөнөслө яңылыҡ – гимназия-интернат бинаһы алдында Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовҡа бюст асылды.
– Белем байрамына арналған тантаналы линейкаға абруйлы ҡунаҡтар – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, Күмертау ҡалаһы мэры Олег Астахов, ата-әсәләр, ветерандар, төҙөүселәр һәм башҡа ҡунаҡтар килде, – тип хәбәр итте белем усағы директоры Шайморат Тимербулатов.
Фотолар: Ш. Тимербулатовтың шәхси альбомынан.