Белем һәм тәрбиә
4 Сентябрь 2024, 06:00

Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды

Саҡмағош ауылындағы мәктәп “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә төҙөлгән.

Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башландыСентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды

Белем көнө Саҡмағош районы халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды – Саҡмағош ауылында яңы мәктәп асылды.

– Беҙҙә күптән көткән ҡыуаныслы ваҡиға – Белем көнөндә “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә төҙөлгән яңы мәктәпте астыҡ. Балалар бында башланғыс белем аласаҡ, һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен үҫтерәсәк.

Беренсе мәктәп ҡыңғырауынан улар өсөн яңы белемгә һәм асыштарға мауыҡтырғыс юл башлана. Беҙ балаларҙың уҡыған мәктәбе яңы һәм заманса булһын өсөн тырыштыҡ, улар белем усағына ашҡынып килер, бында уларға өйҙәге кеүек уңайлы һәм күңелдәренә ятышлы булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Юғары квалификациялы педагогик состав һәм яңы технологиялар уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итер, тип ышанам.

Уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡыусыларҙы мәктәп асылыуы һәм Белем көнө менән ихлас ҡотлайым! Һаулыҡ, бәхет, белем шатлығы, билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеүҙә уңыштар теләйем. Яңы уҡыу йорто бөтәһе өсөн дә илһам һәм ҙур ҡаҙаныштар урыны булһын, – тип һөйөнөслө ваҡиға айҡанлы фекерен уртаҡлашты Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.

Ысынлап та, мәктәп матур, яҡты һәм уңайлы, заманса техника, компьютер, технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған, резина япмалы ҙур спорт майҙансығы бар.

– Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә, Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Илдус улы Фәзрахмановҡа һәм уның урынбаҫарҙарына яңы мәктәп, мәғариф системаһына һәр яҡлап ярҙамы һәм иғтибары өсөн ҙур рәхмәт.

Төҙөүселәргә,  Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына, “Саҡмағош” муниципаль унитар предприятиеһына, архитекторҙарға, эксперттарға, педагогтарға, район учреждениеларына – мәктәпте төҙөүҙә һәм яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт, – тип белдерҙе Реканс Йәмәлиев.

Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА:

– Бөгөн иркен, яҡты кабинеттары, спорт залы, тамаша залы, сенсор бүлмәһе, бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә уңайлыҡтары булған заманса мәктәп асылды. Бында балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ҙур эш башҡарылған! Педагогик һәм уҡыусылар коллективтары исеменән мәктәп төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Яңы мәктәптә гимназияның педагогик коллективы белем биреүҙе яңыртыу шарттарында уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын күтәреү мәсьәләләрен тағы ла әүҙемерәк хәл итәсәк, тип ышанам.

ҺАНДАР: биш йыл эсендә Башҡортостанда 22 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 44 мәктәп сафҡа индерелде. Берләштерелгән объекттарҙы иҫәпкә алып, 9173 урынлыҡ 65 балалар баҡсаһы эшләй. Быйыл тағы өс мәктәп – Өфөләге “Йондоҙ” белем биреү үҙәге, Иглин районының Иглин ауылында 1225 урынлыҡ мәктәп һәм Туймазыла 500 урынлыҡ 5-се урта мәктәп сафҡа индереләсәк. Концессия килешеүҙәре сиктәрендә республикала ете ҙур мәктәп төҙөлә.

Президент программаһы ярҙамында ике йылда Башҡортостанда 53 мең бала өсөн 140 мәктәп бинаһы капиталь ремонтланды. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум йүнәлтелде, тағы ла бер миллиард һумдан ашыуын республика өҫтәне.

Быйыл республикала 31 мәктәпте ремонтлай башланылар, уларҙың бишәүһе 1 сентябрҙә үк ишектәрен асты – Уҫаҡкисеү ауылы мәктәбе (Бишбүләк районы), 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты (Күмертау), 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты, Красная Башкирия ауылы мәктәбе (Әбйәлил районы) һәм 119-сы Өфө мәктәбе. Был бөтәһе лә түгел, ике йыл арауыҡ сиктәрендә капиталь ремонтланған 25 мәктәп киләһе уҡыу йылына әҙер буласаҡ.

Был йүнәлештә эш дауам ителә. Мәҫәлән, июль уртаһында Башҡортостан РФ Мәғариф министрлығына 2025, 2026, 2027 йылдарҙа мәктәптәрҙе ремонтлауға өҫтәмә ғариза бирҙе. Был осорҙа бөтәһе 360 мәктәп бинаһын ремонтлау планлаштырыла. Бынан тыш, 2025-2027 йылдарға балалар баҡсаларын капиталь ремонтлауға заявка әҙерләнгән.

Фото сығанағы: Реканс Ямалеев

Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Сентябрь ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас