ФӘН
Йәшәйештең ыңғай яҡҡа үҙгәреүендә, тормоштоң уңайлыраҡ, яҡшыраҡ була барыуында фән иң мөһим ролдәрҙең береһен уйнай. Шуға күрә был өлкә айырыуса иғтибар талап итә.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда был йәһәттән маҡсатҡа ярашлы ҙур эштәр башҡарыла. Быны республиканың ғилми йәмәғәтселеге лә билдәләй. Мәҫәлән, 2022 йылда тәүге тапҡыр ғилми стажировкаларға, йәш ғалимдарҙың һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һум аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә ошо йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары рейтингында өсөнсө урынды биләне.
“Фән сәғәте”
«Беҙ һуңғы йылдарҙа иҡтисадыбыҙҙы нығытыу, һанлаштырыу һәм илдең технологик суверенитетын тәьмин итеүҙең төп көсө булараҡ фәндең роле ни тиклем үҫешеүен күрәбеҙ. Әлбиттә, республиканың идара итеү командаһы өсөн ғилми-тикшеренеү эшенә ярҙам – мөһим бурыс», – тип билдәләне Радий Хәбиров 2024 йылдың июнендә үткән “Фән сәғәте” кәңәшмәһендә.
Даими үткәрелеп килгән “Фән сәғәте” кәңәшмәләрендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары ректорҙары, ғилми ойошмалар етәкселәре ҡатнашып, фәнни йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Уларҙың барышында республикабыҙҙың фән донъяһына ҡағылышлы яңылыҡтар, планға ярашлы эштәр ҡарала, төрлө программа һәм проекттарҙың үтәлеше тикшерелә, уҡыу йорттарының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы сығыштар тыңлана.
“Маҡсатыбыҙ - ғилми йәштәрҙең ҡеүәтен мөмкин тиклем асыу. Йәш таланттарҙың алдынғы идеялары ярҙамында ғына беҙ илдең хәҙер кәрәкле технологик суверенитетына өлгәшә аласаҡбыҙ. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусыларҙы төп ғилми үҙәктәр менән партнерлыҡ аша көсәйтеү - республикабыҙҙың фәнни-технологик ҡеүәтен үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе,” - тип билдәләгәйне быйыл үткән “Фән сәғәте” кәңәшмәләренең береһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Ярҙам саралары йәштәрҙе дәртләндерә
Республика Башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм төрлө урындарҙа стажировка үтеүгә 200 миллион һум аҡса бүлеү тураһында Указына ярашлы булдырылған ярҙамдан байтаҡ йәш ғилми эшмәкәр файҙалана алды. Шуларҙың береһе – Башҡортостан дәүләт аграр университеты доценты, техник фәндәр кандидаты Айрат Мөхәмәтдинов (2-се фотола - студенттары менән).
Айрат Миҙхәт улы сығышы менән Шишмә районынан. Башҡортостан дәүләт аграр университетының механика факультетын тамамлағас, артабанғы яҙмышын фән менән бәйләргә ҡарар итә. Аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Бына инде тиҫтә йылдан ашыу БДАУ-ҙың мехатрон системалар һәм аграр етештереү машиналары кафедраһында эшләй.
Айрат Миҙхәт улының фәнни эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре төбәк һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә билдәләнгән. Ул – Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары һәм фәнни учреждениеларының йәш ғалимдары араһында иң яҡшы ғилми эш буйынса конкурстың “Техник фәндәр” номинацияһы еңеүсеһе. “Агрокомплекс” махсуслашҡан күргәҙмәһендә (Өфө ҡалаһы), Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә (Мәскәү) көмөш миҙалға лайыҡ булған. Шулай уҡ уның ғилми эшмәкәрлеге “Росагролизинг” йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
Йәш ғалим Айрат Мөхәмәтдинов ерҙе эшкәртеү һәм сәсеү менән шөғөлләнгән машиналарҙың эш сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә фәнни эшмәкәрлек алып бара. Ошоға ҡағылышлы 80-дән ашыу ғилми мәҡәлә баҫтырған, дүрт файҙалы моделгә патент алған, ЭВМ программаһы буйынса бер сертификаты теркәлгән.
– Әлеге ярҙамды алыу эшкә дәртте арттырып ебәрҙе. Республикабыҙҙа фәнде үҫтереүгә, йәш ғалимдарға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүленеүе – ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификатты былтыр Яңы йыл байрамы алдынан – 30 декабрҙә алдыҡ, был беҙҙең өсөн ҙур байрам бүләге булды, – ти Айрат Миҙхәт улы.
Мөхәмәтдиновтар әлеге сумманы бығаса ипотекаға алынған фатирға тигән кредиттың арыу уҡ өлөшөн ҡаплауға тотонған. Йәш ғалимдың ғаиләһендә ике бала – дүрт йәшлек Искәндәр менән туғыҙ айлыҡ Эмилия үҫә. Тормош юлдашы Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған, ошо уҡ уҡыу йортонда иҡтисадсы булып эшләй. Әлеге көндә кескәй ҡыҙҙары менән декрет ялында.
Йәш ғаилә ошондай ҙур ярҙам өсөн республика Башлығына, Хөкүмәткә, Башҡортостан дәүләт аграр университеты етәкселегенә ихлас рәхмәтен еткерҙе.
– Фән тормошто, кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыраҡ итеүгә, үҫешкә хеҙмәт итә. Беҙҙең республикалағы ише ярҙам саралары күрелгән осраҡта, тармаҡ һәр ваҡыт үҫешәсәк, ғалимдар яңынан-яңы ҡаҙаныштарға, һөҙөмтәләргә ынтыласаҡ. Ә был хеҙмәттәр Башҡортостандың, илебеҙҙең көсөн, ҡеүәтен арттыра, – тине әңгәмә һуңында йәш ғалим Айрат Мөхәмәтдинов.
Айрат Нурмөхәмәтов һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәге фотолары.