Белем һәм тәрбиә
6 Сентябрь 2024, 14:20

Яңы лаборатория барлыҡҡа киләсәк

Вуз-ара кампуста Башҡортостан Республикаһы ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы, ”Авиатех” компанияһы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкилдәре осрашты.

Яңы лаборатория барлыҡҡа киләсәкЯңы лаборатория барлыҡҡа киләсәк
Яңы лаборатория барлыҡҡа киләсәк

Яҡтар берлектәге лаборатория булдырыу тураһында килешеү төҙөүгә өлгәште. Интеллектуаль программа-аппарат робототехник комплекстарын булдырыу мөмкинлеге ҡарала.

Яңы майҙансыҡта университет ғалимдары Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең индустриаль партнеры менән берлектә проекттарҙы тормошҡа ашыра аласаҡ. Лабораторияны студенттар кампусында, республика вуздарының ғәмәлдәге лабораториялары һәм үҙәктәре менән йәнәш урынлаштырасаҡтар.

Кәңәшмә барышында хеҙмәттәшлек итеү өсөн башҡа мөмкинлектәр ҙә тикшерелде. Атап әйткәндә, юғары уҡыу йорто ғалимдарының һәм предприятие хеҙмәткәрҙәренең берлектәге стажировкалары, белем биреү программаларында ҡатнашыу һәм кадрҙар әҙерләүҙә булышлыҡ итеү. “Авиатех” компанияһы сәнәғәт роботтарын ҡулланып, төрлө ҡатмарлылыҡтағы производстволарҙы автоматлаштырыу буйынса технологик ҡарарҙар эшләү һәм индереүгә махсуслаша.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас