Белем һәм тәрбиә
7 Сентябрь 2024, 05:35

Геологтарҙы Башҡортостандың “алтын ҡаҙау”ҙары ылыҡтыра

“ГеоСаҡырыу” халыҡ-ара геология чемпионатының баш судьяһы, Минерология, геохимия һәм һирәк элементтарҙың кристалдар химияһы институты (Мәскәү) генераль директоры Игорь Спиридонов Башҡортостанда донъя кимәлендәге геология ярыштарын үткәреүҙең фән өсөн өсөн мөһим булыуын билдәләне.

Геологтарҙы Башҡортостандың “алтын ҡаҙау”ҙары ылыҡтыраГеологтарҙы Башҡортостандың “алтын ҡаҙау”ҙары ылыҡтыра
Геологтарҙы Башҡортостандың “алтын ҡаҙау”ҙары ылыҡтыра

– Башҡортостанда бер юлы ике “алтын ҡаҙау” бар, тап улар бөтә донъянан геологтарҙы йәлеп итә. Бында беҙ ер өҫтөндә күренеп ятҡан тау тоҡомдарын, уларҙың йәш сиктәрен, ландшафтарҙы күрәбеҙ. Былар барыһы ла халыҡ-ара кимәлдәге геологик ярыштар уҙғарыу өсөн мөһим, – тине Игорь Спиридонов.

“ГеоСаҡырыу”ҙа ҡатнашыусылар, студент булыуҙарына ҡарамаҫтан, һөнәр менән мауығып, һөҙөмтәгә ынтылған “ысын геологтар”, тип билдәләне ул. Тармаҡ бөгөн йәш кадрҙарға мохтаж, геологтың уртаса йәше – 54. “ГеоСаҡырыу”ҙы һәм бындай сараларҙы киң яҡтыртыу йәштәр араһында һөнәрҙең абруйын үҫтерергә ярҙам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “ГеоСаҡырыу” халыҡ-ара геология чемпионаты Башҡортостанда 2 – 9 сентябрҙә үтә. Унда Рәсәй төбәктәре һәм ун сит ил вәкилдәре ҡатнаша.

Фото: Андрей СТАРОСТИН.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас