Министр Ғафури районының ни өсөн чемпионат урындарының береһенә әүерелеүен аңлатты. Баҡтиһәң, нәҡ бында ҙур ғилми ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған уникаль геологик киҫелештәр бар икән.
– Халыҡ-ара геология чемпионатын үткәреү башланғысы менән сығыш яһаған республикабыҙ үҙен Рәсәй геологияһы үҙәге итеп күрһәтә, – тине Нияз Фазылов.
Министр фекеренсә, “ГеоСаҡырыу” геолог һөнәренең абруйын тергеҙә. Былтыр көҙ уҙған беренсе чемпионатта еңеүселәр һәм призерҙар яҙмыштарын геолог һөнәре менән бәйләгән дә инде – уларҙы абруйлы компаниялар эшкә саҡырған.
Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.