6 сентябрҙә Вуз-ара студенттар кампусына Өфө мәктәптәренән 400-ҙән артыҡ уҡыусы килгән. Кампус хеҙмәткәрҙәре уларға лабораторияларҙа һәм оҫтаханаларҙа резиденттар нимә менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләгән.
Уҡыусылар бер нисә университет майҙансығында - Өфө фән һәм технологиялар, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, шулай уҡ “Берлога” киберфизика инновациялар оҫтаханаһында һәм “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә булған.
Кампус резиденттары уҡыусыларға өҫтәмә белем алыу, фән, уҡытыусылар менән танышыу һәм мәктәптә уҡыған саҡта уҡ буласаҡ һөнәрен һайлау мөмкинлеге бирә. Фәнни һәм инженерлыҡ өлкәләрҙә күнекмәләрҙе үҫтереү университетҡа, һуңынан аспирантураға уҡырға инеүгә һәм сәнәғәттең алдынғы предприятиеларында уңышлы эшкә урынлашыуға булышлыҡ итә.
Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.
Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24890/