Белем һәм тәрбиә
10 Сентябрь 2024, 11:30

Башҡортостанда “ГеоСаҡырыу” II халыҡ-ара геология чемпионатына йомғаҡ яһалды

“ГеоСаҡырыу” II халыҡ-ара геология чемпионатында Рәсәйҙең 15 субъектынан һәм 10 сит илдән 250 кеше ҡатнашты. Һигеҙ көндә командалар 11 төр ярышты уңышлы үтте. 

Башҡортостанда “ГеоСаҡырыу” II халыҡ-ара геология чемпионатына йомғаҡ яһалдыБашҡортостанда “ГеоСаҡырыу” II халыҡ-ара геология чемпионатына йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда “ГеоСаҡырыу” II халыҡ-ара геология чемпионатына йомғаҡ яһалды

–  Өфө икенсе геология чемпионаттың үҙәгенә әүерелде. Унда ябай булмаған 11 һынауҙы үткән йәш геологтар ҡатнашты. Ошо үҙенсәлекле тәжрибә хеҙмәт юлығыҙҙағы тәүге аҙым булыр тип ышанам. Буласаҡ геологтарҙың белемен арттырыу һәм һаҡлау беҙҙең өсөн бик мөһим, шуға күрә быйыл гран-при эйәләре Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡтың (Роснедра) төп институттарының береһе – Александр Петрович Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй геология ғилми-тикшеренеү институтында стажировка үтәсәк, – тине Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе кәңәшсеһе Дмитрий Олейник.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, чемпионат 2 – 9 сентябрҙә уҙҙы, ҡатнашыусылар 11 төр һынау үтте: “Геологик киҫелеш”, “Минералогия һәм петрография”, “Палеонтология”, “Геохимия”, “Геология нигеҙҙәре буйынса тест”, “Нефть һәм газ”, “Геологик маршрут”, “Шлих һынауы”, “Радиометрия”, “Гидрогеология”, “Тәбиғәт шарттарында туҡталыу урынын ойоштороу һәм хәүефһеҙлек техникаһы”.

“Геосаҡырыу” йомғаҡтары буйынса гран-приға "ГеоПрима" командаһы – императрица Екатерина Икенсенең Санкт-Петербург тау университеты лайыҡ булды. Бүләк сифатында команда “Башнефтегеофизика” акционерҙар йәмғиәтендә һәм Карпинский институтында стажировка үтәсәк.

Беренсе урынды “Мәскәү ярусы” командаһы – Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты алды. Улар Павлик алтын мәғдәне компанияһында стажировка үтеү мөмкинлеге алды.

Икенсе урында – Ҡасан федераль университетының “Геобарыҫ” командаһы, ул чемпионатты ойоштороусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр алды.

Өсөнсө урынды Өфө фән һәм технологиялар университетының “ГеоLogical” командаһы яуланы. Улар Nordgold халыҡ-ара алтын табыу компанияһында һәм “Башнефтегеофизика” акционерҙар йәмғиәтендә стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә булды.

Шулай уҡ Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университетынан “GEOTEEN” командаһы “Мангазея” компаниялар төркөмөндә стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә булды.

Ун сит ил араһында иң яҡшылары: Үзбәкстандан “Өс ҡоҙоҡ” командаһы (6-сы урын), Ҡаҙағстан (10-сы урын) һәм Ҡытай командалары (12-се урын).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петровтың башланғысы менән ойошторолдо.

Фото: pravitelstvorb.ru сайтынан.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас