Белем һәм тәрбиә
16 Сентябрь 2024, 18:10

Балаларҙың туҡланыу сифаты контролдә буласаҡ

Былтырғы осор менән сағыштырғанда юғары ойоштороу кимәле билдәләнгән учреждениелар һаны артҡан.

Балаларҙың туҡланыу сифаты контролдә буласаҡБалаларҙың туҡланыу сифаты контролдә буласаҡ
Балаларҙың туҡланыу сифаты контролдә буласаҡ

Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров рәйеслегендә муниципаль район һәм ҡала округтары башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмәлә белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу һәм сифат  мәсьәләләре тикшерелде.

– Быйыл ғинуар айынан авгусҡа тиклем Социаль туҡланыу идаралығы  урындарға 356 тапҡыр сыҡты. Позитив хәл күҙәтелә, тәртип боҙоуҙар кәмей, – тип белдерҙе етәксе һәм был мәсьәләнең айырым контролдә тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев мәктәптәге туҡланыу сифаты һәм ойоштороу мәсьәләләре тураһында һөйләне.

– Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса 12 муниципаль берәмеккә туҡланыуҙы ойоштороу буйынса юғары, 45-енә уртаса кимәл ҡуйылды. Былтырғы осор менән сағыштырғанда юғары ойоштороу кимәле  ҡуйылған учреждениелар һаны артты, – тине Алексей Гусев.

Республикала вариатив меню билдәләнгән мәктәптәр һайлап алынған. Меню  Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы тарафынан эшләнгән һәм килешелгән. Хәҙер был проект республиканың 16 районында тормошҡа ашырыла. Ата-әсәләр менән килешкәндән һуң ул 42 муниципаль районда һәм ҡала округтарында  эшләй башлаясаҡ.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/24966/

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас