(6+) 2024 йылдың 25 сентябренән 15 октябренә тиклем «Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт" ведомство-ара мәҙәни-мәғариф проектына ярашлы А. С. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй «Рус генийын данлап" акцияһы үтәсәк.
Александр Сергеевич Пушкин - бөйөк рус шағиры һәм хәҙерге рус әҙәбиәте теленә нигеҙ һалыусы. Ул һәр ваҡыт рус мәҙәниәтенең иң күренекле әһелдәренең береһе булып ҡаласаҡ. Бөтәбеҙ ҙә бөтә донъяға билдәле шағирҙың ижады менән бала саҡтан уҡ танышабыҙ — «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт»тән башлайбыҙ, ә һуңынан мәктәп программаһында шиғырҙарын ятлайбыҙ, пьесаларын һәм прозаһын уҡыйбыҙ. Быйыл А.С. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулды, һәм был әһәмиәтле ваҡиға беҙгә рус генийының бөйөк мираҫына йәнә лә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген бирә.
Рәсәй уҡыусылары ижади ярышта ҡатнаша һәм түбәндәге номинацияларҙа үҙҙәренең әҙәби, артист һәм художестволы һәләттәрен һынай ала.
“Пушкин һәм театр” (театр постановкалары, шағир әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр). Эште нисек әҙерләргә һәм ебәрергә? AVI, MP4, 3GP, MPEG форматтарында 20 минутлыҡ видеояҙманы «Яндекс диск» платформаһына ебәрергә, һылтанманы күсереп алырға һәм ғариза формаһына индерергә кәрәк.
“Пушкин уҡыуҙары” (А.С. Пушкин әҫәрҙәрен уҡыу). Эште нисек әҙерләргә һәм ебәрергә? AVI, MP4, 3GP, MPEG форматтарында 5 минутлыҡ видеояҙманы «Яндекс диск» платформаһына ебәрергә, һылтанманы күсереп алырға һәм ғариза формаһына индерергә кәрәк.
«Яңы быуатта ла Пушкин беҙҙең менән” ("И в новом веке Пушкин с нами") (шағирға һәм уның ижади мираҫына арналған үҙ әҫәре). Эште нисек әҙерләргә һәм ебәрергә? 3 биткә тиклем Word форматындағы документты ғариза формаһы эсендә беркетергә мөмкин.
“Пушкин һынлы сәнғәттә” (А.С. Пушкиндың портреты йәки уның бер әҫәренә иллюстрация). Эште нисек әҙерләргә һәм ебәрергә? JPEG форматындағы бер һүрәтте заявка формаһында беркетергә мөмкин.
Иғтибар! Бер эштән күберәк ебәреһегеҙ икән, яңы ғариза яҙырға кәрәк! Тәҡдим ителгән номинацияларҙың береһен йәки бер нисәһен әҙерләргә мөмкин (3 эш — бер уҡыусы өсөн максималь һан) һәм ҡатнашыуға ғаризаны 25 сентябрҙән 15 октябргә тиклем «Культурадляшкольников.РФ» порталында шәхси кабинетта ҡалдырырға.
Театр һәм әҙәбиәт өлкәһендәге билдәле эшмәкәрҙәрҙән торған эксперт комиссияһы акция йомғаҡтары буйынса иң ҡыҙыҡлы 50 еңеүсе эште һайлап ала һәм улар «Культурадляшкольников.РФ» порталында баҫылып сығасаҡ. «Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт» проекты Рәсәй Мәҙәниәт һәм Рәсәй Мәғариф министрлыҡтары тарафынан Мәҙәни стратегиялар һәм проект идаралығы үҙәге һәм Рәсәй мәҙәниәт фонды менән берлектә тормошҡа ашырыла. Проекттың бөтә ижади акциялары балаларға үҙ йүнәлешен табырға ярҙам итеүгә, уларҙы бөйөк илебеҙҙең ҡабатланмаҫ мәҙәниәте менән ғорурланырға өйрәтеүгә йүнәлтелгән.
Мәғлүмәт сығанағы: