Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы ағзалары булып мосолмандарҙың диниә назараттары һәм Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Беларусь Республикаһының юғары ислам мәғариф ойошмалары тора.
Совет һәм Секретариат ултырышы XV “Идеалдар һәм ҡиммәттәр: ғаиләлә традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, дини-ара һәм милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә үтә. Ултырышта ассоциацияны киләсәктә үҫтереү, уның ағзалары араһында үҙ-ара эш итеү һәм Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан һәм Төркмәнстандан яңы ағзалар ҡабул итеү пландары ҡараласаҡ.
Фото:dzen.ru