Белем һәм тәрбиә
20 Сентябрь 2024, 12:00

Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә

“Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында – Әбйәлил районы Хәмит урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнур Хатип ҡыҙы Баһаутдинова. Конкурста беренсе урын яулаусыны шәп бүләк – шифаханаға юллама көтә!  

Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итәИке һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә

“Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында ҡатнашыусылар – үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған изге һөнәр эйәләре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөнгө һүҙебеҙ – Әбйәлил районы Хәмит урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнур Хатип ҡыҙы Баһаутдинова тураһында.

Гөлнур Хатип ҡыҙы 1976 йылда  Әбйәлил районының Хәмит ауылында тыуған. Ошо ауылда урта мәктәпте тамамлағас, тәүҙә бухгалтер һөнәрен үҙләштерә, һуңғараҡ уҡытыусы һөнәрен һайлай.

“Был ике һөнәрем дә әлеге ваҡытта миңә бик ярҙам итә, сөнки уҡытыусылыҡ менән берлектә китапхана эшен дә алып барам. Төрлө документ, отчеттар эшләү, иҫәп алып барыу – күңелемә яҡын шөғөл. Ҡырыҫ тәбиғәтле урман-тау яҡтарында йәшәгәс, беҙҙә балалар бәләкәйҙән төрлө шарттарға күнегеп, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә, улар менән эшләүе лә күңелле, ҡыйыуҙар, сәмлеләр, тәбиғәттән һалынған ошо сифаттарын баҫмаҫҡа тырышам. Урман кешеләре үҙҙәре лә ҡырыҫыраҡ тигән стереотип та бар, мин иһә ҡырыҫлыҡ түгел, тәбиғәт менән бергәлек тип әйтер инем был һыҙатты. Беҙҙә балалар ҙа, ололар ҙа үҙ-ара тиң, ихлас, әммә кәрәккәндә тура һүҙлеләр ҙә, уларҙы асып алыр өсөн дә таҫыллыҡ, һаҡ ҡараш кәрәк”, – ти балалар күңеленә асҡыс таба белгән мөғәллимә һәм оҫта сәскә үҫтереүсе булараҡ та ауылдаштары араһында абруй яулаған Гөлнур Хатип ҡыҙы.

Г.Х. Баһаутдинова Хәмит ауылында гөрләтеп донъя көтә, уларҙың ғаиләһендә – өс бала. Өлкән ҡыҙы менән улы һөнәр алып, ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡан, ә бәләкәй ҡыҙҙары Магнитогорск ҡалаһында белем ала.

Баһаутдиновтар күпләп мал аҫрай, хужабикә гөл-сәскәләргә күмеп, баҡса үҫтерергә ярата.

Фотолар: Г. Баһаутдинованың шәхси альбомынан. 

      

 

Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Ике һөнәре лә тормошта ярҙам итә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас