Белем һәм тәрбиә
20 Сентябрь 2024, 18:25

Тулыландырылған Ҡыҙыл китапта ниҙәр бар?

Өфө фән һәм технологиялар университеты зоологтары - Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы резиденты Фәнни-белешмә баҫма - Башҡортостандың Ҡыҙыл китабын (2-се том - Хайуандар) – әҙерләгән.

Тулыландырылған Ҡыҙыл китапта ниҙәр бар?Тулыландырылған Ҡыҙыл китапта ниҙәр бар?
Тулыландырылған Ҡыҙыл китапта ниҙәр бар?

Өфө фән һәм технологиялар университеты зоологтары - Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы резиденты Фәнни-белешмә баҫма - Башҡортостандың Ҡыҙыл китабын (2-се том - Хайуандар) – әҙерләгән. Яңы асыштар менән яңыртылған Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы – ул республикабыҙ территорияһында йәшәгән һирәк осраған һәм юғалып барған хайуан төрҙәре тураһында рәсми ғилми-белешмә баҫма. Унда 140 һирәк һәм бөтөп барған хайуан төрө тураһында мәғлүмәт бар, уларҙың һәр береһенә  тасуирлама яҙылған, төҫлө иллюстрациялар төшөрөлгән. Мәҫәлән, үрмәксенең бер төрө, бөжәктәрҙең 56 төрө, һөйәкле балыҡтарҙың алты төрө, ер-һыу хайуандарының бер төрө, һөйрәлеүселәрҙең алты төрө, ҡоштарҙың 51 төрө, имеҙеүселәрҙең 19 төрө менән таныша алаһығыҙ.

Яңы баҫмаға 47 яңы төр ингән, шул иҫәптән 30 умыртҡаһыҙ һәм 17 умыртҡалы. Төрҙәрҙең бер өлөшө РФ-тың Ҡыҙыл китабының яңы баҫмаһынан күсерелгән, ә бер өлөшө фаунаны ревизиялау һөҙөмтәһендә өҫтәлгән: республика өсөн яңы төрҙәр асыҡланған, уларҙың таралыуы һәм иҫәбе буйынса яңы мәғлүмәттәр алынған. Тәбиғәт мөхитендә уларҙың торошона һәм мониторингына айырым иғтибар талап иткән хайуандар донъяһы объекттарының аннотациялы исемлеге төҙөлгән.

Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/25009/        

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас