“Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында ҡатнашыусылар – үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған изге һөнәр эйәләре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Киләһе бәйгесебеҙ – Асҡын районы Ҡашҡа урта мәктәбенең директоры Азат Ғәлимйән улы Фәйзуллин ошо ауылда тыуып үҫкән. “Ҡайҙа тыуған – шунда үҙен тапҡан” тигән әйтем тап уға тура килә.
Азат Ғәлимйән улының атаһы уҡытыусы була, әсәһе ауыл хакимиәтендә эшләй. “Атай өлгөһөндә мин дә уҡытыусы һөнәрен һайланым. Балалар менән эшләргә яратам, улар янында үҙеңде һәр ваҡыт йәш күңелле итеп тояһың. Эшемдә иң оҡшағаны – уҡыусылар менән берлектә тәрбиәүи саралар ойоштороу. Уҡытыусынан башҡа һөнәрҙә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым”, - ти ул.
Азат Ғәлимйән улы – тарих уҡытыусыһы. Бөгөн ул Ҡашҡа урта мәктәбе директоры вазифаһын да лайыҡлы алып бара.
Фәйзуллиндарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Өлкән улдары менән ҡыҙҙары һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, кесе ҡыҙҙары алтынсы класта уҡый.
Әлеге ваҡытта Фәйзуллиндар ғаиләһендә мөһим һәм шатлыҡлы ваҡиға көтөлә: улар дүртенсегә бәпес алып ҡайтырға йыйына. Барыһы ла яҡшы булыуын, сабыйҙың имен-аман тыуыуын, ғаиләгә шатлыҡ, ҡыуаныстар өҫтәүен теләп ҡалабыҙ.
Азат Ғәлимйән улының яратҡан шөғөлдәре бик күп: йорт, ремонт-төҙөлөш эштәрен башҡарырға, баҡса үҫтерергә ярата. Спорт менән дә дуҫ мәктәп директоры. “Ҡыҫҡаһы – тик торорға яратмайым”, – ти ул үҙе тураһында.
Беҙ уға бар йәһәттән уңыштар теләйбеҙ һәм яҡташтарын, коллегаларын, уҡыусыларын уның өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ!
Фотолар: А.Ғ. Фәйзуллиндың шәхси альбомынан.