Өфө дәүләт нефть техник университетының Водород-углерод технологиялары үҙәге ғалимдары нефть химияһы ҡалдығы булған мейестең ҡоромон эшкәртеү буйынса ҡулайлама әҙерләгән. Ул сығышта композицион материалдар етештереүҙә ҡулланылған күп ҡатлы графен алырға мөмкинлек бирә.
Әлеге ваҡытта Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуздар-ара кампусында ӨДНТУ-ның Водород-углерод технологиялары үҙәге ғалимдары юғары сифатлы графенды күберәк алыу өсөн оптималь технологик режимдар эҙләү өҫтөндә эшләй. Артабан ҡиммәтле материал етештереүҙе тәүлегенә бер нисә грамдан сәғәтенә бер килограмға тиклем арттырыу өсөн ҡоролманы ҙурайтыу планлаштырыла.
Фото:pravitelstvorb.ru