Белем һәм тәрбиә
24 Сентябрь 2024, 06:00

Вәт, исмаһам, сюрприз!

Уҡытыусыларының эш буйынса район үҙәгенә юлланыуын һағалап ҡына торғандар ҙа...

Вәт, исмаһам, сюрприз!Вәт, исмаһам, сюрприз!
Вәт, исмаһам, сюрприз!

Әбйәлил районының Байым урта мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Рәйлә Урал ҡыҙының Асҡарға эш менән киткәнен һағалап ҡына торған да картуф баҡсаһына десант яһаған. Уҡытыусы ҡайтып инеүгә эште тамамлап ихлас йылмайған уҡыусылары ҡаршы алған. Вәт, афариндар!

Ярҙамсыл, эшсән ҡыҙҙар һәм егеттәр үҫеп килә. Уларға яҡшы тәрбиә биргән ата-әсәләре ҙур ихтирамға лайыҡ. Уҡытыусыларына ошолай рәхмәтен белдергән балаларға киләсәктә ҙур кешеләр булып, уңыштар ҡаҙанып йәшәргә яҙһын.

“Ҡапҡа алдына килеп етһәм, әллә нисә мотоцикл-велосипед тора, эстә шау-гөр килеп көлөшкән тауыштар ишетелә. Баҡтиһәң, егеттәр, ҡыҙҙар килеп, ярты баҡса картуфымды ҡаҙып, гаражға ташығандар ҙа мине көтөп йөрөйҙәр икән. Ул асҡысты нисек, ҡайҙан белеп тапҡандарҙыр? Берҙән, миңә ярҙам күрһәтеп ҡыуандырһалар, икенсенән, ике кластың бергә ҡушылып, яңы коллектив барлыҡҡа килеп торған осорҙа уҡыусыларҙың бергәләп былай изге эш башҡарып йөрөүҙәре бөтәбеҙ өсөн дә ҙур баһа", - тип шатлығын уртаҡлашҡан Рәйлә Урал ҡыҙы үҙенең сәхифәһендә.

Сығанаҡ һәм фото: "Осҡон" гәзите.

Вәт, исмаһам, сюрприз!
Вәт, исмаһам, сюрприз!
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас