Уҡытыусылар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә ойошторолған конкурста Архангелдән Лена Садиҡова ҡатнаша. Ул район үҙәгендәге 1-се урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.
Лена Хәйрәзи ҡыҙы ошо яҡта тыуып үҫкән.
– Мин Аҙау ауылынан, 1974 йылғымын, – ти ул. – Ғаиләлә биш ҡыҙ үҫтек. Төпсөк бала булараҡ, мин иң иркәләре инем. Китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә яраттым.
Атайым Өфө районы совхозына ағас әҙерләтеү эшен башҡарҙы. Әсәйем иһә ғүмер буйы башланғыс класс уҡыусыларына белем бирҙе. Уның кистәрен дәрескә әҙерләнеп ултырғандары әле лә күҙ алдымда. Әсәйем – минең тәүге уҡытыусым да.
Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге БДПУ) 1996 йылда тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен алдым. Ошо уҡ йылда Архангелдең 1-се урта мәктәбенә эшкә урынлаштым. Бер аҙҙан район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә туған телдәр буйынса методист итеп күсерҙеләр. Унда оҙаҡ йылдар төрлө йүнәлештә эш алып барҙым. Ғөмүмән, районыбыҙҙың мәғариф бүлегендә һәр ваҡытта ла оло яуаплылыҡ менән етди бурыстар атҡарыла.
Әле Архангелдең 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Белем усағы директорына, уның урынбаҫарҙарына ихлас рәхмәтлемен: беҙҙә туған телде өйрәтеү буйынса эш яҡшы ойошторолған һәм алып барыла, етәкселәребеҙҙең ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы ла күңелгә көс-ҡеүәт өҫтәй.
Лена Садиҡова уҡыусыларын олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнаштырыуға ҙур иғтибар бүлә, призлы урындар яулап торалар. Алдынғы педагог – район уҡытыусыларының методик берләшмәһе етәксеһе лә. Коллегаларына төрлө яҡлап ярҙам итә, эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша ул. Оло хеҙмәте өсөн Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исеменә, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.
“Ғаиләмә килгәндә, өлкән улыбыҙ, педагогик династияны дауам итеп, әле Өфө фән һәм технология университетында студенттарға белем бирә. Рәсәй Президенты стипендияһына үтеп, Белоруссияға уҡырға барырға әҙерләнә. Ҡыҙыбыҙ иһә Өфө дәүләт нефть техник университетында ситтән тороп белем ала, “Фармстандарт” компанияһында эш башланы. Бәләкәй улыбыҙ – 3-сө класта, – ти Лена Садиҡова. – Ял көндәрен ғаиләбеҙ менән һоҡланғыс тәбиғәтле Аҙау ауылында үткәрергә яратабыҙ. Йәмле Инйәр йылғаһы һәр ваҡыт күңелебеҙҙе үҙенә тартып тора”.
Башҡорт теле уҡытыусыһын бөгөнгө йәш быуындың туған телен өйрәнергә, белергә ынтылышы, ата-әсәләрҙең дә уларҙы хуплап, ҡеүәтләп тороуы айырыуса һөйөндөрә.
“Милли матбуғат баҫмаларының да туған телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар – беҙҙең эштә ҙур ярҙамсы. Уҡытыусыларҙы тағы ла дәртләндереп, әлегеләй конкурстар үткәреүҙәре, һаулыҡтарын ҡайғыртып, ҙур бүләктәр әҙерләүҙәре өсөн “Башҡортостан” гәзите редакцияһына рәхмәт белдерәм, – ти Лена Садиҡова. – Барлыҡ коллегаларымды – уҡытыусыларҙы яҡынлашып килгән һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ насип итһен!
Ҡәҙерле дуҫтар! “Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында һынау тотҡан педагогтар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Төп бүләк – Өфөләге “Йәйғор” шифаханаһына 10 көнгә юллама.
Фотолар Л. Садиҡованың шәхси архивынан.