Нефтекама ҡалаһынан Зимфира Йосопова “Рәсәй” телеканалында “Классная тема!” телешоуының өсөнсө миҙгеленең 35 ярымфиналсыныларының береһе. Проектта барлығы илдән 6500 уҡытыусы ҡатнашты.
23-29 сентябрҙә халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә ете финалсы билдәләнәсәк. Улар телешоуҙа асыҡ дәрестәр уҙғара. Еңеүсе төп призға – федераль каналда авторлы белем биреү шоуына эйә буласаҡ.
–“Классная тема” – сағыу, ҡыҙыҡлы проект. Ул һөнәри потенциалды асырға ярҙам итә. Төрлө йәштәге тамашасылар өсөн һәр дәрес ысын асышҡа әүерелә. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла рәхмәт белдерәм, ярымфиналсыларҙы ҡотлайым, еңеүгә ҡарай юлдарында уңыштар теләйем, - тине Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов.
Зимфира Йосопова – рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә, инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәгендә башланғыс кластарҙы уҡыта.
Уҡытыусыбыҙҙы бергәләп күтәрәйек.
Фото: “Башинформ”.