Белем һәм тәрбиә
28 Сентябрь 2024, 11:30

Ҡырмыҫҡалыла “Йәйге шайморатовсылар уйындары” үтә

Унда барлыҡ республиканан уҡыусылар ҡатнаша.

Ҡырмыҫҡалыла “Йәйге шайморатовсылар уйындары” үтәҠырмыҫҡалыла “Йәйге шайморатовсылар уйындары” үтә
Ҡырмыҫҡалыла “Йәйге шайморатовсылар уйындары” үтә

Республика этабында төбәк ярыштарында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән 29 команда осрашты. Уйындарҙың еңеүсеһе Рәсәй Геройы, генерал-майор М. Шайморатов исемендәге кубокты аласаҡ.

Ҡырмыҫҡалы районының физкультура -һауыҡтырыу комплексында үткәрелгән "Йәйге шайморатовсылар уйындары"н асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров тәбрикләне. "Беҙҙең район бөгөн тотош республиканы - иң әүҙемдәрҙе, иң көслөләрҙе ҡабул итә. Ҡырмыҫҡалы ерендә, легендар генерал Миңлеғәли Шайморатовтың тыуған төйәгендә “Йәйге шайморатовсылар уйындары” үтә. Алда етди һынауҙар көтә. Барығыҙға ла уңыштар теләйем, - тигән теләктәрен белдерҙе Әлфир Фәрхәт улы.

Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева беҙҙең республикала 5000 шайморатовсы булыуын, мәктәптәрҙә 251 шайморатов класы эшләүен әйтте.

-Был беҙҙең бишенсе “Йәйге шайморатовсылар уйындары”. Улар 7-21 сентябрҙә үтте. Ете төбәк ярыштарында барлығы 181 команда ҡатнашты. Ә 29 иң көслө йыйылма команда Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемендәге кубок өсөн көрәшә, - тине ул.

 “Гарик” позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир сараға саҡырғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе.

-Барлыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар исеменән тәбрикләйем. Илебеҙ геройҙарын онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Республиканың төрлө төбәктәренән байтаҡ команда йыйылған. Берҙәм булғанда беҙҙе бер кем дә еңә алмаясаҡ, - тине ул.

 Уйында ҡатнашыусылар алдына төрлө һынауҙар ҡуйылды:  интеллектуаль викторина, республиканың спилс-картаһын йыйыу, сафта йөрөү һәм йыр смотрында, АК-74 автоматын һүтеп-йыйыуҙа, традицион башҡорт йәйәһенән уҡ атыуҙа, оҙонлоҡҡа һикереүҙә ярыштар.

 “Йәйге шаймортовсылар уйындары” финалының Ҡырмыҫҡалыла үтеүе  осраҡлы түгел. Үткән йыл Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһының 5А класы ярышта абсолют чемпион исемен яуланы. Гимназияның  5А һәм 6А командалары кураторы Вадим Шинов быйыл да еңеүгә маҡсатланған.  

 Бөрйән районы командаһы вәкиле Рәсих Дауытов быйыл йәйге уйындар финалында Әбделмәмбәт ауылы мәкәбенең 5 класы уҡыусылары ҡатнашыуын әйтте.

- Беренсе тапҡыр ҡатнашыуыбыҙға ҡарамаҫтан, уҡыусылар еңеүгә ышаныс бағлай. Беренсе урынды алыуға өмөт итәбеҙ, - тине ул.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм призерҙар командалар араһында һәм шәхси беренселектә билдәләнәсәк.

Сығанаҡ: “Кармаскалинская новь” гәзите сайты.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас