Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Октябрь , 16:00

45 йыл физика серҙәрен өйрәтә

Педагогика оҫтаһының Әлшәйҙә генә түгел, тотош республикала абруйы ҙур.

45 йыл физика серҙәрен өйрәтә
45 йыл физика серҙәрен өйрәтә

Әлеге мәлдә “Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” тигән конкурсыбыҙҙа тәүге урында барған ҡатнашыусыбыҙ – Әлшәй районы үҙәге Раевка ауылындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының физика уҡытыусыһы Табрис Хажи улы Нәбиуллин менән таныштырабыҙ.

Педагогик хеҙмәт оҫтаһы Әлшәйҙә генә түгел, тотош республикабыҙҙа ҙур абруйға, ихтирамға лайыҡ. Табрис Хажи улы бик тос педагогик "багаж"ға эйә. Алыҫ 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас та тыуған яғына эшкә ҡайтҡан ул. 

Юғары квалификациялы уҡытыусының тырыш педагогик хеҙмәте "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы", "Рәсәй Федерацияһының дөйөм белеү биреү почетлы хеҙмәткәре" билдәләре, "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" исеме менән баһаланған. Табрис Хажи улы "Мәғариф" милли проектына ярашлы Рәсәй Федерацияһы Президентының премияһына ла лайыҡ. 

Эшендә яңы алымдар, технологиялар ҡулланған Табрис Хажи улының дәрестәре ифрат ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле үтә, шуға ла уҡыусылар был дәрестәргә бик теләп йөрөй.

Абруйлы уҡытыусы хеҙмәттәштәре менән дә педагогик тәжрибәһен ихлас уртаҡлаша, районда ғына  түгел, республикала физика уҡытыусыларына асыҡ дәрестәр күрһәтә. Ул физика уҡытыусыларының күсмә семинарҙарында, тәжрибә майҙансыҡтары эшендә лә әүҙем ҡатнаша.

Бындай талантлы педагогтың уҡыусыларында ла, әлбиттә, төплө белем алыуға ынтылыш көслө. Балалар төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса ла һөҙөмтәләр юғары.

Үҙ предметын уҡытыуҙан тыш, Табрис Хажи улы – класс етәксеһе лә. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән педагог балаларҙа уҡыуға ла, мәктәп тормошондағы бүтән сараларға ла ҡыҙыҡһыныу уята белә – уҡыусылары, олимпиадаларҙан тыш, спорт ярыштарында ла, ижади конкурстарҙа ла дәррәү ҡатнаша.

Абруйлы уҡытыусы миҫалында күңелендә педагог хеҙмәтенә ҡарата тәрән ихтирам, ҡыҙыҡһыныу уянған уҡыусылар бихисап. Мәктәпте тамамлағас, уларҙың ҡайһылары яратҡан остаздары Табрис Хажи улы юлынан китеп, үҙен яуаплы хеҙмәткә – балаларға белем биреүгә арнай. Ошо, моғайын, үҙ эшенең оҫтаһы өсөн иң ҙур бүләктер.

Конкурсыбыҙ дауам итә. Ҡатнашыусылар өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар! 

Фотолар - Т.Х. Нәбиуллиндың шәхси архивынан.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: