Белем һәм тәрбиә
3 Октября 2024, 09:00

Өйҙә лә, ихатала ла тәртип!

Йылы һүҙ ишетеү, әйткәнеңә ҡолаҡ һалыуҙары, өй эштәрендә булышыу - ололар өсөн бик мөһим.

Өйҙә лә, ихатала ла тәртип!Өйҙә лә, ихатала ла тәртип!
Өйҙә лә, ихатала ла тәртип!

Ҡаңны-Төркәй  ауылы мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары  педагогия хеҙмәте ветераны Мөнирә Фәхретдиноваға ярҙамға килде. Балалар дәррәү генә ихатала һәм йорт эсендә тәртип урынлаштырҙы, кемдер ер ҡаҙҙы, кемдер баҡсаны сүп-сарҙан таҙартты. Ҡыҙҙар бүлмәләрҙе тәртипкә килтерҙе, туҙан һөрттө.

Мөнирә Йәмғи ҡыҙы уҡыусыларға ярҙамсыл булғандары, өлкән быуынға яҡшы мөнәсәбәттәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Уҡытыусы уларға уҡыуҙарында уңыштар, яҡты киләсәк теләне.

– Йылы һүҙ ишетеү, әйткәнеңә ҡолаҡ һалыуҙары, өй эштәрендә булышыу - ололар өсөн бик мөһим. Бындай саралар балалар өсөн дә файҙалы, сөнки өлкән быуын менән аралашыу, ярҙам ҡулы һуҙыу уларға ҡарата хөрмәт һәм һаҡсыл мөнәсәбәт уята, – тип иҫәпләй уҡытыусылар.

Фото: https://buzdyaknews.ru/news/zhizn-rayona/2024-09-25/uchaschiesya-kanly-turkeevskoy-shkoly-pomogayut-pozhilym-zhitelyam-sela-3944717?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=175536108

Өйҙә лә, ихатала ла тәртип!
Өйҙә лә, ихатала ла тәртип!
Өйҙә лә, ихатала ла тәртип!
Өйҙә лә, ихатала ла тәртип!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас