Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Октябрь , 21:05

Кемдәр еңеүсе?

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө уңайынан иғлан иткән бәйгебеҙгә йомғаҡ яһаныҡ. Шулай итеп, шәп бүләктәр кемдәргә эләкте? 

Кемдәр еңеүсе?
Кемдәр еңеүсе?

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө уңайынан “Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” тигән конкурс иғлан иткәйнек. Өс аҙна дауамында республикабыҙҙың алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр, хөрмәткә лайыҡ педагогтары өсөн гәзитебеҙҙең төркөмөндә тауыш биреү ойошторолдо.   

Иң күп тауыш йыйған 3 уҡытыусыға шәп бүләктәр ҙә әҙерләгән инек. Конкурс шарттарына ярашлы, бөгөн, 4 октябрҙә, 21.00 сәғәттә тауыш биреүҙе йомғаҡланыҡ.

Шулай итеп 1-се урынды Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы яуланы. Ул Өфөләге “Йәйғор” (“Радуга”) шифаханаһында (директоры – Харисов Фәрхәт Ғәббәс улы) 10 көнлөк ял менән бүләкләнә!

2-се урында –  Әлшәй районы Раевка ауылындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының физика уҡытыусыһы Нәбиуллин Тәбрис Хажи улы. Уға “Здоровья всем” медицина үҙәгенә (етәксеһе – Ниғманова Гөлнур Хәмзә ҡыҙы) сертификат тапшырабыҙ.

3-сө урын – Сибай ҡалаһындағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Хәмитова Миләүшә Ишбулды ҡыҙы. Ул “Бишбармаҡ” милли кухняһында (етәксеһе – Бикҡужина Венера Мөрит ҡыҙы) үткәрелгән оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыуға сертификатҡа эйә булды.

Шулай уҡ тәүге 5 урынға лайыҡ булған уҡытыусылар хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә мәҡәлә һәм уларға милли баҫманың дипломын тапшырыуҙы вәғәҙә иткәйнек. Был исемлеккә тәүге өс урындағы бәйгеселәребеҙҙән тыш, 4-се һәм 5-се урындарҙы  яулаған Архангелдең 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Садиҡова Лена Хәйрәзи ҡыҙы менән Саҡмағош ауылы гимназияһының “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау” фәне ойоштороусы-уҡытыусыһы Ғирфанов Руслан Марсель улы өҫтәлә.

Конкурс һөҙөмтәләре менән танышыу өсөн һылтанма: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll66eab9968f5a0f0c14f42374 

Конкурсыбыҙҙа әүҙем ҡатнашҡан бөтә уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Һеҙ – барығыҙ ҙа үҙ эшегеҙҙең оҫталары! Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ҡотлап, һәммәгәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, йәш быуынды тәрбиәләү эшендә яңынан-яңы уңыш-ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Нәсих Хәлисов коллажы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: