Белем һәм тәрбиә
8 Октябрь 2024, 10:45

Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды

Шулай уҡ ауыл ерендә эшләгән йәш педагогтар грант ярҙамына сертификат алып ҡыуанды.  

Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылдыУҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды

Бөгөн, 8 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәгебеҙ мәктәптәренең алдынғы уҡытыусыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ ауыл ерендә эшләгән йәш педагогтар араһында үткәрелгән грант ярҙамы конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә сертификаттар бирелде.

– Бөгөнгө дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы Уҡытыусылар көнөнә лә арнала. Был көн – беҙҙең йәмғиәттә иң сағыу һәм яратҡан һөнәри байрамдарҙың береһе. Ул бөтә ғүмере буйына изге педагог миссияһын намыҫлы үтәгән кешеләрҙе берләштерә. Уҡытыусы – ижади эҙләнеүҙәрһеҙ, әҙәп һәм матур мөғәмәләһеҙ, илһамһыҙ эшләп булмаған үҙенсәлекле һөнәр. Һеҙҙең белемегеҙгә һәм оҫталығығыҙға уҡыусыларҙың һәм сығарылыш йәштәренең артабанғы тормош юлы һәм уңыштары бәйләнгән. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ – дәүләт әһәмиәтендәге бурыс ул, - тип билдәләне Радий Хәбиров сығышында.

Төбәк етәксеһе республикабыҙҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырылған ярҙам сараларына ла туҡталды. Мәҫәлән, быйыл балалар баҡсаларының йәш педагогтары өсөн яңы грант ярҙамы программаһы эш башланы, уға ярашлы, 50 еңеүсе 575 мең һум күләмендәге премияны алды ла инде. Артабан гранттар күләмен 75-кә еткереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәргә һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға түләүҙәр өс тапҡырға арттырылып, 300 мең һумға, ә призерҙарға һәм уларҙың педагогтарына 150 мең һумға еткерелде.

Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусылар әҙерләгән мөғәллимдәргә лә премия ҡаралған. Быйыл ундай уҡытыусылар һаны 118 булған, йәғни арта бара. БДИ-ны 100 балға тапшырыусылар һаны буйынса ла рекорд ҡуйылды – 155. Был күрһәткестәр республикабыҙҙың мәғариф системаһының үҫешен дә асыҡ дәлилләй.

Радий Хәбиров дәүләт наградаларына лайыҡ булған ҡайһы бер уҡытыусылар тураһында ла әйтеп үтте. Мәҫәлән, Ирина Андреевна Фирсова 43 йыл дауамында Дәүләкәндәге 5-се гимназияла биология фәнен уҡыта. Уның уҡыусылары йыл һайын биология һәм экология буйынса төплө белемгә эйә булыуын раҫлай.

Баҡалы ауылындағы 1-се мәктәптең һынлы сәнғәт һәм технология уҡытыусыһы Дамира Фаат ҡыҙы Хажиеваның уҡыусылары ла олимпиада һәм конкурс еңеүселәре булып таныла.

Азат Мәсәлим улы Вәлиев 40 йылға яҡын Бүздәк ауылындағы 1-се мәктәптә тарихтан уҡыта. Уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында алдынғы урындар яулай, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем сығыш яһай.

Мишкә ауылындағы Ф. Бүләков исемендәге 1-се лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Викторовна Лотфуллина хеҙмәт йылдарында 49 миҙалсы әҙерләгән.

Белеүебеҙсә, 2019 йылда республика Башлығы ауыл ерендә эшләгән йәш педагогтарға ярҙам маҡсатында 600 мең һум күләмендәге 100 грант булдырғайны. Артабан уның күләме 690 мең һумғаса арттырылды. Быйыл ошо ярҙам төрөнә 30 уҡытыусы лайыҡ булды.  

Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru

Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас