Белем һәм тәрбиә
8 Октябрь 2024, 15:10

Заманса химия класы асылды

Башҡортостан сода компанияһы ярҙамында ниндәй эш тормошҡа ашырылды?

Заманса химия класы асылдыЗаманса химия класы асылды
Заманса химия класы асылды

Республика Хөкүмәте менән «Башҡортостан сода компанияһы»ның хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә төбәктең тораҡ пункттарында яңы социаль проекттар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 8 октябрҙә Стәрлетамаҡтың 21-се мәктәбендә яңыртылған химия класы асылды.

Унда ремонт эшләнгән һәм «БСК» ярҙамында лаборатория ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Тантаналы сарала «БСК» акционерҙар йәмғиәтенең персонал менән идара итеү һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Владимир Ануфриев һәм Стәрлетамаҡ хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зәлиә Баринова ҡатнашты.

- Химия сәнәғәте менән дан тотҡан ҡалабыҙ өсөн мәктәптәрҙең матди-техник базаһын тулыландырыу һәм яңыртыу бик мөһим. Бындай матур һәм заманса кластарҙа шөғөлләнеү ҙур мөмкинлектәр аса, шуға күрә дәрестәр ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зәлиә Баринова.

«Башҡортостан сода компанияһы» иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр буйынса республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, тип билдәләне Владимир Ануфриев. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында химия кластарын ремонтлауға һәм йыһазландырыуға аҡса бүлә. 2024 йылда ғына компания 12 химия класын яңыртҡан һәм лаборатория ҡорамалдары менән йыһазландырған, шул иҫәптән Стәрлетамаҡтың 24-се, 32, 33-сө мәктәптәрендә, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарының уҡыу йорттарында.

21-се мәктәптә яңы класты асыу тантанаһында уҡыусылар «Росхим менән химия һәм экология дәрестәре» проектының видео дәрестәренең береһен ҡараны. Был - Башҡортостан сода компанияһының махсус проекты, ул химия буйынса төп белемде тәрәнәйтергә, «Росхим» йәмғиәтенә ҡараған предприятиеларҙың продукцияһы менән танышырға мөмкинлек бирә. Видеодәрестәр ирекле ҡулланылышта. Быйыл, былтырғы кеүек, ошондай һигеҙ дәрес төшөрөлгән: дүртәүһе – химия һәм дүртәүһе – экология буйынса. Бынан тыш, уҡыусыларға ғәмәли тәжрибәләр ҙә күрһәтелде.

21-се мәктәп директоры Татьяна Сиротина матди-техник базаны нығытыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Мәктәптә күп йылдар профилле кластар эшләй. Уҡыусыларыбыҙ медицина вуздарын, нефть университетын һайлай. Яңы ҡорамалдар, реактивтар химия дәрестәренең ғәмәли өлөшөн сағыуыраҡ һәм байыраҡ итергә мөмкинлек бирә, - тине ул.
Башҡортостан менән «БСК» хеҙмәттәшлегенең һөҙөмтәлелеген республика Башлығы Радий Хәбиров юғары баһалай. Һүҙ сәнәғәтте үҫтереү, инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу, экологик хәлде яҡшыртыу һәм социаль проекттарға ярҙам итеү йәһәтенән берлектәге эш хаҡында бара.

Фото: “БСК”.

Заманса химия класы асылды
Заманса химия класы асылды
Заманса химия класы асылды
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас