Белем һәм тәрбиә
11 Октябрь 2024, 05:00

Кескәйҙәр ҙә байрам менән ҡотлай

Республика көнө уңайынан Өфөнөң 40-сы башҡорт балалар баҡсаһының 6-сы төркөмө тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләре, тәрбиәсе Гөлназ Нәжметдин ҡыҙы Хисмәтуллина сағыу видео төшөргән.

Кескәйҙәр ҙә байрам менән ҡотлайКескәйҙәр ҙә байрам менән ҡотлай
Кескәйҙәр ҙә байрам менән ҡотлай

Милләтебеҙгә ҡарата ихтирам хистәре тәрбиәләгәндә, башҡорт халҡының милли мираҫынан файҙаланыуға етди иғтибар ителергә тейеш, тип һанай тәрбиәселәр. Бала күңелендә тыуған илдең, халҡының тарихына, уның мәҙәниәтенә мөхәббәт уятыуҙан ғибәрәт. Кескәйҙәр тыуған илдең, халҡыбыҙҙың, мәҙәниәтебеҙҙең тарихын белә, ярата һәм ихтирам итә. "Тамсылар"төркөмө балаларына тәрбиәселәр патриотик тәрбиә биреп кенә ҡалмай, ә илһөйәрлек тойғоһон рухи байлыҡҡа үреп алып бара.

Видео: Эльвира Дәүләтбирҙина

Автор:Карима Усманова
Читайте нас