Башҡортостанда уҡыусыларҙың көҙгө һәм ҡышҡы каникулдары ҡасан башланасағы тураһында хәбәр иттеләр.
Шулай итеп, көҙгө каникул рәсми рәүештә 28 октябрҙән башлана, әммә уҡыусылар ике көн алдан - 26 октябрҙә, йәғни шәмбелә ялға китәсәк. Көҙгө каникул 4 ноябргә тиклем дауам итеп, йәмғеһе 10 көн тәшкил итәсәк. 5 ноябрҙә - уҡыуға.
Ә инде ҡышҡы каникул 29 декабрҙә башланып, 12 ғинуарға тиклем буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта бәғзе мәктәптәр, үҙҙәрендәге уҡыу программаһына ярашлы, каникулдың ваҡытын үҙгәртә ала.
Нәсих Хәлисов фотоһы.