Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Октябрь , 21:20

Башҡортостан киберспортсылары еңде

Рәсәй кимәлендә улар программалауҙа уңыш яуланы.

Башҡортостан киберспортсылары еңде
Башҡортостан киберспортсылары еңде

Мәскәү ҡалаһының һәм Башҡортостан Республикаһының ҡатнаш командаһы программалау буйынса Бөтә Рәсәй киберспорт турнирында алдынғы ҡатнашыусылар лигаһында беренсе урын яуланы. Ярыштар Өфөлә вуз-ара кампустың киберфизика инновациялары оҫтаханаһында уҙғарылды. Чемпионатта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин һәм түңәрәктәр ассоциацияһы президенты Алексей Федосеев тәбрикләне.

 -Был ваҡиға заманса технологияларҙың һәм киберспортҡа ҡыҙыҡһыныуҙың хәҙерге донъяла кәрәкле мөһим һәләттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Өфөләге киберфизика инновациялары оҫтаханаһы “Өң” милли киберфизика платформаһының тәүге төбәк майҙансығы булып тора, – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин.

Ярыштарҙа Рәсәйҙең 14 субъектынан йәштәр ҡатнашты. Турнир ике лигала үтте. Яңы башлаусылар лигаһында тәүге урынды Һамар өлкәһенән команда яуланы. Алдынғылар лигаһында еңеүгә Мәскәү һәм Башҡортостандың ҡатнаш командаһы өлгәште.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: