Форум ғилми берләшмәләр, мәғариф өлкәһе, уҡыу йорттары вәкилдәрен бергә йыйҙы. Төп саралар вуз-ара кампуста һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәге йортонда үтә.
Майҙансыҡтарҙа машина эшләүҙе үҫтереүгә, нефть-газ химияһы тармағындағы инновацияларға, ғалимдарҙың эшкәртмәләрен иҡтисадтың реаль секторына индереүҙе көсәйтеүгә, ғилми-белем биреү үҙәктәрен үҫтереү векторына арналған тематик дискуссиялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыла. Форумдың пленар ултырышы барышында эксперттар Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең биш йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай һәм республиканың артабанғы ғилми-технологик үҫеш пландарын тикшерә.
– Евразия ғилми-белем биреү үҙәге форумы ғилми һәм мәғариф берләшмәләрен реаль иҡтисад секторы, власть органдары һәм партнер сит илдәр вәкилдәре менән берләштерә. Форумдың бай программаһы тағы ла күберәк йәш таланттарҙы йәлеп итә алыр һәм унан ситтә лә Башҡортостан фәнен һәм ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға булышлыҡ итер тип ышанабыҙ, – тип билдәләгәйне Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.
Ысын лап та, бөгөн беҙ форум барышында ойошторолған күргәҙмәләрҙә республикабыҙҙың фәнни-техник ҡаҙаныштарын асыҡ сағылдырған өлгөләрҙе күрҙек. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университетының командаһы тәҡдим иткән уҙыш болидтары менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булды. Команда ағзалары – ошо уҡыу йорто студенттары Азамат Мөхәмәтйәнов менән Ангелина Бурлуцкая һәр ҡыҙыҡһыныусыға улар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Панель дикуссияларҙа, “түъәрәк өҫтәл”дәрҙә ойошторолған һөйләшеүҙәр етди темаларға арналды. Мәҫәлән, “Машиналар эшләү. Технология лидерлығына өлгәшеүҙә тармаҡтың роле” тигән һөйләшеүҙә Өфө, Мәскәү ҡалалары вәкилдәре сығыш яһаны. Өфө трамвай-троллейбус заводы директоры урынбаҫары Асҡар Әсхәт улы Фазылов ошо предприятие миҫалында тармаҡтың бөгөнгө көндәге хәле, хәл итәһе мәсьәләләр, үҫеш перспективалары тураһында һөйләне. “Иң ауыр мәсьәлә – кадрҙар ҡытлығы һәм финанслау ставкаларының артыуы”, - тип билдәләне ул. Ҡатнашыусылар электр менән эшләгән транспорт саралары тураһында һорауҙар бирҙе. Әйтергә кәрәк, Өфө заводы был йүнәлештә лә маҡсатлы эшмәкәрлек алып бара. А.М. Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һынауҙар үҙәге директоры урынбаҫары Фәнис Сәғит улы Өмөтбаевтың сығышы ла мәғлүмәтле булды.
Форум барышында йәштәргә һәм мәктәп уҡыусыларына интерактив уйындар, квиздар тәҡдим ителде. Иртәгә сара үҙ эшен дауамм итә. ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ ҡыҙыҡлы, сараларға бай программа көтә.
Автор фотолары.