Майҙансыҡта республиканың ижади берләшмәһе вәкилдәре менән осрашыу, уларҙың яңы проекттары менән танышыу үтте.
Шуны билдәләргә кәрәк: Рәсәй Президенты Владимир Путин иҡтисадта ижади индустриялар өлөшөн алты процентҡа тиклем арттырыу бурысын билдәләне. Дәүләт башлығы тейешле федераль законға ҡул ҡуйҙы. Республикала шулай уҡ тейешле концепция раҫланды һәм Стратегик башланғыстар агентлығы етәкләгән креатив индустрияларҙы үҫтереүҙең төбәк стандартын тормошҡа ашырыуға ҡушылды.
***
Осрашыу алдынан ҡунаҡтар ижади киңлек һәм майҙансыҡта тормошҡа ашырылған бер нисә проект менән танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров менән Светлана Чупшева “Кубус” артитектура мәктәбен ҡараны. Бында 6-15 йәшлек балалар проектлау менән шөғөлләнә. Уларҙың эштәре милли мотивтарға арналған.
Башҡортостан башлығы һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса федераль стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры шулай уҡ 2011 йылда Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенский нигеҙ һалған “Оперение/ХАХАЧУ” ижади үҫеш студияһы тәрбиәләнеүселәренең ижади мөмкинлектәрен баһаланы.
***
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов креатив берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙа төбәк биләмәһендә ижади проекттарҙы үҫтереү буйынса системалы эш тураһында һөйләне.
Ул, атап әйткәндә, идеялар инициаторҙары менән берлектә был йәһәттән бер нисә уртаҡ тәҡдимдәр әҙерләнеүен хәбәр итте. Ә эште Ижади индустриялар дирекцияһы көйләйәсәк.
– Башҡортостан был йүнәлеш буйынса ил лидерҙарының береһе булыу өсөн төрлө өлкәләрҙә ижади проекттарҙы үҫтереү потенциалына эйә, – тип билдәләне Рөстәм Моратов. – Махсуслашыу тармаҡтары сифатында беҙ кино һәм анимацияны, музыканы һәм башҡарыу сәнғәтен, мәҙәни мираҫты һәм музей эшмәкәрлеген, халыҡ кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен, шулай уҡ IT-индустрияны билдәләнек. Һәр өлкәлә ижади проекттарҙы үҫтереүгә республика Башлығы грантын алыу мөмкинлеге бар. Ярҙам механизмдары иҫәбендә шулай уҡ “Минең ижади бизнесым“ сервисын асырға ниәтләйбеҙ.
***
Артабан проект авторҙары үҙ инициативаларын тәҡдим итте. Мәҫәлән, “Универмаг “Фабрика“ дизайн майҙансығы хужаһы Анна Уварова төбәктә Халыҡ-ара евразия модаһы үҙәген булдырыу идеяһы хаҡында һөйләне.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы проект инициаторҙарына Башҡортостандың үҫешенә булышлыҡ иткән яңы идеялары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Төбәк етәксеһе ижади берләшмә вәкилдәренә республикала Креатив индустриялар көнөн байрам итеү концепцияһын уйларға тәҡдим итте.
– Бер ай дауамында һеҙҙән ошо көндө уҙғарыу датаһы һәм һөнәри байрамдың көн тәртибе буйынса идеялар көтәм, – тине Радий Хәбиров.
Генераль директор Светлана Чупшева презентацияла тәҡдим ителгән башланғыстарҙы юғары баһаланы һәм уларға артабан ярҙам итеүгә яңы алымдар тураһында һөйләне.
***
“Арт-КВАДРАТ“ майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса федераль стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева видеоконференция режимында республикала өсөнсө Креатив индустрия мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты. Уны Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә астылар. Шуны билдәләргә кәрәк: Креатив индустриялар мәктәбен булдырыу буйынса проект “Рәсәйҙә уйлап сығарылған“ федераль конкурсында еңеү яулаған. Башланғысты тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 41,5 миллион һум бүленгән. 7,9 миллион һумды республика йүнәлткән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сибайҙарҙы яңы уҡыу йортоноң эшләй башлауы менән ҡотланы.
– Бөгөн беҙ һеҙҙең менән шатлыҡлы ваҡиға – Ижади индустриялар мәктәбен асыу менән уртаҡлашабыҙ. Мин шундай әүҙем, талантлы малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы күрәм. Һеҙҙең төрлө һәләттәрегеҙҙе аса алырлыҡ иҫ киткес урынығыҙ барлыҡҡа килеүенә бик шатмын, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru