Өфөлә Рәсәй милли премияһының «Йыл студенты. Уҡытыусылар» сараһы финалын Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы, Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм Рәсәй Йәштәр союзы үткәрә. Быйылғы сарала Рәсәйҙең 46 төбәгенән 60 белем биреү ойошмаһынан 100 студент ҡатнашты. Йомғаҡтар буйынса дүрт профилле номинация буйынса 12 еңеүсе билдәләнде. «Өҫтәмә белем биреү педагогы» номинацияһында Белгород өлкәһенән Александра Тен Гран-при яуланы.
«Бөгөн беҙ Рәсәй Федерацияһының «Йыл студенты» милли премияһына йомғаҡ яһайбыҙ. Рәсәй Йәштәр союзы өсөн педагогик йүнәлештәге дөйөм ҡиммәттәрҙе уртаҡ бүлгән һәм киләсәк быуын үҫеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙер лидерҙар берләшмәһен булдырыу мөһим. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәкселегенә сараны ҡабул иткәндәре һәм ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Бөтә студенттарҙы ла Рәсәй милли премияһының башҡа проекттарында һәм Рәсәй йәштәр союзы проекттарында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Был һеҙҙең ҙур һөнәри юлығыҙҙың башы ғына тип ышанам», - тип сәләмләне проектта ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең Йәштәр союзы рәйесе Дмитрий Покровский.
2024 йылда конкурста ҡатнашыусылар «Мәктәпкәсә белем биреү педагогы», «Башланғыс белем биреү педагогы», «Предмет буйынса уҡытыусы», «Өҫтәмә белем биреү педагогы» кеүек дүрт номинацияла ҡатнаша. Финалдың конкурс эштәре ҡатнашыусыларҙың шәхси һәм коллектив эшенә йүнәлтелде һәм үҙ-үҙеңде күрһәтеү, оҫталыҡ дәресе, дәрес планын әҙерләү, класс (мәктәптән тыш) сараһын күрһәтеү, дәрестән тыш «Мөһим тураһында һөйләшеүҙәр» һәм кейстар сисеү кеүек форматтарҙы үҙ эсенә алды.
«Предмет буйынса уҡытыусы» номинацияһында Ставрополь крайынан Никита Запевалов еңеүсе булды. ДНР-ҙан Олег Солоха һәм Башҡортостандан Анастасия Давыдова лауераттар тип иғлан ителде.