Башҡорт дәүләт медицина университеты ноябрь айын Медицина фәне айы тип иғлан итте.
Юғары уҡыу йорто 1 ноябрҙән башлап Рәсәй һәм сит ил эксперттарын туплаған эре фәнни саралар үткәрәсәк. Төрлө өлкә белгестәре: офтальмология, кардиология, онкология, гинекология, нейрохирургия һәм хирургия буйынса танылған ғалимдәр һәм табиптар тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
– Башҡорт дәүләт медицина университеты күптән инде үҙен халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн тәьҫирле майҙан итеп күрһәтте. Бөгөн илгә һәм донъяға яңы медицина продукттары, яңы белем, дарыу препараттары кәрәк.
Башҡорт дәүләт медицина университеты тикшеренеүҙәр, халыҡ-ара фән үҙәге була бара. Университет подразделениелары яңы асыштар өсөн ныҡлы нигеҙгә әүерелде һәм беҙҙең талантлы балаларҙың иң ҡыйыу идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙыра. Донъяла киң билдәле ғалимдәр менән хеҙмәттәшлек итеү студенттарыбыҙҙың медицина тәжрибәһен үҫтереүҙә бик мөһим сара буласаҡ.
Ноябрҙе Медицина фәне айы тип иғлан иттек. 30 көн дауамында университет майҙанында офтальмология, гинекология, травматология, онкология буйынса ундан ашыу эре халыҡ-ара фәнни сара, эске хирургия табиптарының Евразия форумы, йөрәк-ҡан тамырҙарын дауалау буйынса баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арналған Рәсәй-Ҡытай конгресы үтәсәк. Университеттың фән эшмәкәрлеге менән Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Белоруссия, Үзбәкстан, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәр ғалимдары танышасаҡ. Уларҙың университет майҙанындағы эше хеҙмәттәшлек итеүгә яңы этәргес бирер, яңы фәнни проекттар тормошҡа ашырылыр, тип уйлайбыҙ”, – тине Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, академик, профессор Валентин Павлов.
1 ноябрҙә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында фәнни-ғәмәли конференция үтһә, 6-7 ноябрҙә “Торатау” конгресс-холында травматолог-ортопедтарҙың XI Пирогов халыҡ-ара форумы уҙасаҡ. 7-8 ноябрҙә белгестәр акушерлыҡ һәм гинекология буйынса халыҡ-ара конгреста тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
7-9 ноябрҙә “Торатау” конгресс-холында III Волга буйы онкология форумы үтә. 14-15 ноябрҙә нейрохирургтар, неврологтар, травматолог-ортопедтар, вертебрологтар, онкологтар өсөн конференция ойошторола. Шулай уҡ ошо көндә белгестәр эске медицина табиптарының III Евразия халыҡ-ара форумына йыйыласаҡ. 15-16 ноябрҙә Волга буйы федераль округы хирургтарының съезы асыла. 16 ноябрҙә эш башлаясаҡ йоғошло сирҙәр буйынса IV халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ла мөһим мәсьәләләрҙе үҙ эсенә аласаҡ.
Фәнгә арналған айҙы йөрәк-ҡан тамырҙарын дауалау буйынса IV Евразия конгресы тамамлаясаҡ.
Фото: https://vk.com/bsmu_ufa