Белем һәм тәрбиә
3 Ноябрь 2024, 15:44

Мәскәү ғалимы Өфөләге кампусҡа юғары баһа бирҙе

"Фәнде үҫтереү мөмкинлеген биргән майҙансыҡ: Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Елена Загайнова юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың мөмкинлектәрен баһаланы.

Мәскәү ғалимы Өфөләге кампусҡа юғары баһа бирҙеМәскәү ғалимы Өфөләге кампусҡа юғары баһа бирҙе
Мәскәү ғалимы Өфөләге кампусҡа юғары баһа бирҙе

Өфөлә Ю.М. Лопухин исемендәге Федераль физик-химик медицина ғилми-клиник үҙәге генераль директорының үҫеш буйынса урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, медицина фәндәре докторы Елена Загайнова Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге ғалимдары һәм студенттары менән осрашты. Елена Вадимовна вуз-ара студенттар кампусының алдынғы профилле лабораторияларында, шулай уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университетының Фундаменталь медицина институтында булды. Федераль эксперт Башҡортостан фәнни инфраструктураһына юғары баһа бирҙе.

– Һеҙҙә фән дә, белем биреү процестары ла, индустрия менән яҡшы бәйләнеш тә бар. Кампус – аралашыу, эшләү майҙансығы. Фәнде үҫтереү, партнерҙарға килеп ошонда етештерелгән нәмәләрҙе ҡарау һәм заказ биреү мөмкинлеген биргән лабораториялар ҙа уңышлы эшләй, – тип билдәләне Елена Загайнова.

Өфөгә сәфәре барышында ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Лекторий майҙансығында сығыш яһаны. Елена Вадимовна тыңлаусыларға фундаменталь медицинала һәм клиник практикала биоимиджинг тураһында һөйләне.

"ЛекторийНОЦ" проекты эшләй башлағандан алып республикала 30-ҙан ашыу ғалим сығыш яһаған, 7 мең 500-ҙән ашыу кеше көндөҙгө форматтағы тыңлаусы булған, 56 мең 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы онлайн ҡушылған.

Фото: Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас