Волга буйы федераль округының Өфөлә үткәрелгән “Орлята России” округ слетына Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 300 педагог килде. Уларҙың 250-һе – башланғыс класс уҡытыусыһы, 50-һе – тәрбиә эше буйынса кәңәшсе.
Сара М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткәрелә. Быйыл ул Волга буйы федераль округында “Орлята России” бәләкәй уҡыусылар әүҙемлеген арттырыу буйынса төп вуз итеп алынғайны.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Кира Ғәлләмова уҡытыусыларға мөрәжәғәт итте.
- Бында Рәсәйҙең илһөйәрҙәр быуынын тәрбиәләүселәр йыйылған. Һеҙҙең эш һәр бала һәм тотош ил өсөн мөһим. Хеҙмәтегеҙҙе күңел һалып дәртләнеп башҡарыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине министр урынбаҫары.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Сәғитов үҙ сығышында “Орлята России” программаһы артында биш миллион бала, 200 башланғыс класс уҡытыусыһы барлығы, былтыр университет иҫәбенә сығарылыш курстарынан 150 студенттың кәңәшселәр программаһы буйынса белем алыуы һәм башҡалар тураһында һөйләне.
Волга буйы федераль округының Өфөлә үткәрелгән “Орлята России” программаһының округ буйынса кураторы Наталья Волкова слетта ҡатнашыусы һәр кемдең был программаға үҙ өлөшөн индереүен теләне.
Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/25395/